Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге

Телефон: 8 (347) 287-13-06

Ә.З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана-доньяла берҙән-бер иң тулы башҡорт телендәге йыйынтыҡтарға һәм мәҙәни мираҫҡа бай үҙәк. Башҡортостан Республикаһы Милли китапханаһының “Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү” бүлеге – китапхананың төп бүлеге булып тора. Бында өҙлөкһөҙ башҡорт милли яҙма өлгөләрен йыйыу, һаҡлау һәм үҫтереү өҫтөндә эш алып барыла.

ХХ быуаттың 1930 йылында “Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү” бүлеге ойошторола. Шул ваҡыттан уҡ Республика етәкселеге, был документаль ресурстарҙың башҡорт халҡының милли үҙаңын үҫтереүҙә әһәмиәте ҙур булыуын билдәләй. Хокүмәт тарафынан даими рәүештә бүлек фонды тулыландырыла, үҫешә. Бүлектә ҡулланыусыларға төрлө яҡлы универсаль ярҙам күрһәтеү ҡарала.

Ҡулланыусыларҙы хеҙмәтләндереү:

  • тыуған яҡты өйрәнеү әҙәбиәтен пропагандалау буйынса саралар үткәреү;
  • тыуған яҡты өйрәнеү буйынса тематик һорауҙар, виктариналар ойоштороу;
  • тыуған яҡты өйрәнеү буйынса баҫмаларға күсермә эшләү;

Ҡулланыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған темалар буйынса тулы мәғлүмәт биреү:

  • тарих, иҡтисад, география, тыуған яҡтың тәбиғәтен өйрәнеү буйынса
  • һәйкәлдәр һәм ҡала урамдары тарихы буйынса
  • республикалағы һәм райондарҙағы күренекле тарихи шәхестәр тураһында һәм башҡа һорауҙар буйынса.
  • тематик һәм күсмә китап күргәҙмәләре ойоштороу;
  • тыуған яҡты өйрәнеү буйынса яңы баҫмаларға күҙәтеү, презентациялар үткәреү;
  • яҙыусылар менән осрашыуҙар, түңәрәк өҫтәл, ижади һәм әҙәби кисәләр ойоштороу.

Бүлектең төп йүнәлештәре:

  • Башҡортостан тарихы, халҡы һәм уның милли байлыҡтары, күренекле шәхестәр тураһында документтар йыйыу, һаҡлау һәм ҡулланыу;
  • ҡулланыусыларҙы библиографик, мәғлүмәти белешмә менән хеҙмәтләндереү һәм консультациялар үткәреү;
  • Милли китапты төрлө формалар, саралар аша ҡулланыусыларға еткереү.

Бүлек фонды:

Уникаль фондты ҡәҙерләп һаҡлау- бүлектең төп бурысы. Шуға күрә «Башҡорт халҡының хәтере» программаһы сиктәрендә һирәк китаптарҙы сканерлау эше алып барыла.

Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегенең фонды үҙенсәлекле – уникаль, даими рәүештә сифатлы баҫмалар менән тулыландырып торола. Фондтың нигеҙендә башҡорт әҙәбиәте классиктары әҫәрҙәре, заманса әҙәбиәт. Шулай уҡ башҡорт теленә тәржемә ителгән донъяуи мәҙәниәт классиктарының ( А. Пушкин, Толстой, Чехов, Стивенсон, Сент-Экзюпери, М. Твен) әҫәрҙәре фондта уникаль урын алып тора.

Башҡорт халҡының күләмле «Урал батыр» , «Аҡбуҙат» , «Заятүләк һәм Һыуһылыу», «Ҡуҙыйкүрпәс һәм Маянһылыу» кеүек эпик ҡомартҡыларының - урыҫ, инглиз телдәрендәге тәржемәләре уҡыусылар араһында айырыуса ҡыҙыҡһыныу уята.

Бүлек фондындағы Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы әҙәбиәт ҙур талап менән файҙалана. 1941-1945 йылдарҙа ла яҙыусы-фронтовиктарҙың китаптары баҫылып сығыуы дауам итә. “Фронт һәм тыл”, “Ҡыҙылармеец” сериялары аҫтында сыҡҡан Ғ. Әмири, Ә. Вәли, М. Кәрим, С. Агиш, М. Ғафури, С. Ҡудаш һ.б. фронтовик авторҙарҙың баҫмалары фондта ҡәҙерләп һаҡлана.

Бүлектә белешмә-библиографик баҫмалар, төрлө тармаҡлы энциклопедиялар бар. Улар араһында тарихи - мәҙәни “Башҡортостан” атласы, башҡорт һәм урыҫ телдәрендә “Салауат Юлаев”, ете томдағы «Башҡортостан энциклопедияһы», 22 томлыҡ “Память” һәм башҡорт – урыҫ һүҙлектәре төп урын алып торалар.

Фондтағы республика райондары, Өфө һәм башҡа ҡалалар тураһындағы баҫмалар айырым ғорурлыҡ тыуҙыра, әүҙем ҡулланыла.

Башҡортостан Республикаһының «Документтарҙың мотлаҡ данаһы” законына ярашлы республикала сыҡҡан баҫмаларҙың өс экземпляры китапхананың “Әҙәбиәтте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге”нә ебәрелә.

Бүлек хеҙмәткәрҙәре республиканың тарихи һәм мәҙәни мираҫын пропагандалау буйынса бик күп эштар алып баралар. Тыуған илдең билдәле шәхестәре, яҙыусылары менән осрашыуҙар ойошторола. Улар беҙҙең хәтерҙә мәңгелеккә ҡаласаҡ. Республиканың күренекле шәхестәренең автогрофтары менән бүләк-китаптар коллекциялары - фондтың иң юғары хазинаһы булып тора