Түләүһеҙ хеҙмәтләндереү

https://www.traditionrolex.com/46

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт бюджет мәҙәниәт учрежденияһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы дәүләт заданиеһын башҡарыу маҡсаты менән түбәндәге уңайлыҡтар тәҡдим итә:

1. Ҡулланыусыларҙы мәғлүмәт-библиографик яҡтан хеҙмәтләндереү

Фондтағы документтарҙың ҡайҙа булғанлығы хаҡында мәғлүмәт биреү:

2. Ваҡытлыса ҡулланыуға бирелгән документтар буйынса хеҙмәт :

  • Төп һәм ярҙамсы фондтарҙан уҡыу залдарында ҡулланыу өсөн документтарҙы биреү, закондар йыйылмаһы тарафынан рөхсәт ителмәгән китап ҡомартҡыларынан һәм икенсе документтарҙан башҡа;
    • төп һәм ярҙамсы фондтарҙан алдан йәки телефон аша баҫмаға заказ биреү мөмкинселеге;
    • төп һәм ярҙамсы фондтарҙан баҫмаға заказ биреү өсөн электрон форманы ҡулланыу мөмкинселеге;
  • Ярҙамсы абонемент фондтарынан китапхананың территорияһынан ситтә ҡулланыу өсөн документтар биреү:
    • ярҙамсы фондтарҙан телефон йәки виртуаль хеҙмәт аша баҫмаға заказ алдан биреү мөмкинселеге;
    • телефон йәки виртуаль хеҙмәт аша баҫманы ҡулланыу срогын оҙайтыу;
  • Китапханаларҙағы МБА системаһы аша баҫмалар алыу мөмкинселеге.

3. Алыҫтағы ресурстар селтәренә инеү:

  • Электрон уҡыу залы аша Рәсәй Федерацияһының китапханаларының һәм ойошмаларының билдәле булған мәғлүмәттәр базаһына рөхсәт;
  • Китапхананың үҙе сығарған ресурстарына рөхсәт («Электрон китапхана»);
  • Электрон уҡыу залындағы Интернет селтәренә рөхсәт;
  • Китапхананың сайты  түбәнге сығанаҡтарға рөхсәт бирә:
    • «Башҡорт әҙәбиәте, музыкаһы һәм һынлы сәнғәте» мәғлүмәттәр базаһы.

4. Мәҙәни-мәғрифәтселек саралар үткәреү уңайлыҡтары:

  • Китапхана үткәргән (конференциялар, «түңәрәк өҫтәлдәр», мәғлүмәт көндәре, белгес көндәре, патентовед сәғәттәре, презентациялар, осрашыуҙар һ.б.) сараларҙа ҡатнашыу
  • Китапхананың ярҙамсы һәм төп фондтарындағы баҫмалар менән экспозицион-күргәҙмә сараларҙа танышыу мөмкинселеге.

Бынан тыш эшләп килгән Прейскурант нигеҙендә Милли китапхана өҫтәмә түләүле уңайлыҡтар ҙа тәҡдим итәБынан тыш эшләп килгән Прейскурант нигеҙендә Милли китапхана өҫтәмә түләүле уңайлыҡтар ҙа тәҡдим итә 

https://www.traditionrolex.com/46