Тарих

https://www.traditionrolex.com/46

Әлеге көндә китапхананың универсаль фондында 3,3 млн. берәмек баҫма һаҡлана. Китапхана электрон технологиялар ҡулланып, республика халҡына төрлө мәғлүмәти хеҙмәт күрһәтә. Йыл һайын китапханаға яҙылыусылар һаны 74 меңгә барып етә, улар йылына 560 мең тапҡырҙан артығыраҡ китапханаға мөрәжәғәт итәләр.

1836 йылдың 25 мартында Дворяндар йыйыны ҡарамағында асылған Губерна йәмғиәт китапханаһы Башҡортостан территорияһында тәүге дәүләт китапханаһы булып һаналған.

1921 йылдың 9 июнендә БАССР-ҙың Үҙәк фәнни китапханаһы асыла. Уның фондында 17600 дана китап иҫәпләнгән. 1933 йылда Үҙәк фәнни китапхана составына Үҙәк мосолман китапханаһы инә, 1936 йылда – М. Горький исемендәге Үҙәк йәмәғәт китапханаһы. Ошо уҡ йылда БАССР-ҙың Республика китапханаһы статусын ала. 1960 йылда уға Н. Крупская исеме бирелә. 1988 йылда Республика балалар һәм үҫмерҙәр китапханалары филиал хоҡуғында китапханаға берләшә. 1992 йылда Башҡортостан Республикаһының Милли китапханаһы тип үҙгәртелә. Ошо уҡ йылда уға мәшһүр ғалим, дәүләт эшмәкәре Әхмәтзәки Вәлиди исеме бирелә.

2006 йылда Милли китапхана «ЛИБНЕТ» буйынса  милли мәғлүмәти китапхана үҙәге коммерцияға ҡарамаған ойошманың информацион ресурстары менән файҙаланыу мөмкинлегенә эйә була. Рәсәй китапханаларының йыйылма каталогын булдырыуҙа әүҙем ҡатнаша.

2011 йылдан Милли китапхана «Виртуаль мәғлүмәт» онлайн белешмә сиктәрендә виртуаль мәғлүмәти ярҙам күрһәтеү буйынса эш башлай, 2013 йылдан «Консультант – онлайн» хеҙмәте күрһәтелә.

2012 йылда Башҡортостан Республикаһы китапханаларының корпоратив порталы эшләй башлай, «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша Милли китапхананың мәғлүмәт базаһы менән танышыу мөмкинлеге тыуа.

2013 йылдан алып Милли китапхана базаһында тренинг – үҙәк әүҙем эш башлай, бында төрлө семинарҙар, лекциялар, китапханасыларҙың белемен күтәреү буйынса курстар һәм башҡа саралар уҙғарыла.

2012-2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау , өйрәнеү һәм үҫтереү маҡсатлы республика программаһы сиктәрендә 2013 йылда «Башҡортостан халыҡтары»(http://narodrb.ru) тигән портал әҙерләнә.

2014 йылда Башҡортостан Республикаһы үҙәкләштерелгән китапханалар һәм Милли китапханалар системаһын берҙәм мәғлүмәт бүленеү селтәренә берләштереү башлана.

2013 йылдан электрон ресурстар бүлеге уңышлы эш башлай, ул китапхана хеҙмәте менән ҡулланыусыларҙың мәғлүмәти һорауҙарын ҡәнәғәтләндерә, интернет ресурстары менән файҙаланыу мөмкинлеген тәьмин итә. Рәсәй Дәүләт китапханалары (РГБ) диссертациялары һәм Рәсәй Фәнни китапханаларының (РНБ) автореферат, диссертациялары базалары менән, уҡыу әҙәбиәте буйынса Электрон китапхана ситемаһы (ЭБС) "IPR books"исемле массив базаһы менән дә ҡулланыу мөмкинселектәре булдырыла.

2010 – 2014-се йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында китапхана эшен үҫтереү маҡсатында, республика программаһы сараларын бойомға ашырыу сиктәрендә «Милли электрон китапхана» проекты ғәмәлгә ашырыла.

Милли китапхана 2011 йылдың апреленән «Китапханалар төнө» (Библионочь), Бөтә Рәсәй социаль – мәҙәни акцияһында ҡатнаша, бындай тамаша йәштәр араһында киң популярлыҡ яулай.

2014 йылда беренсе тапҡыр ойошторолған «Карьера төнө» акцияһы ҙур уңышҡа өлгәшә, сарала 700-гә яҡын кеше ҡатнаша. 

https://www.traditionrolex.com/46