Китапхана хаҡында

https://www.traditionrolex.com/46

   Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы дәүләт һәм дөйөм ҡулланыу китапханаһы булып тора . Универсаль фәнни китапхана республика кимәлендә милли мәҙәни үҙәк. Документтар һаҡлау, китапхана эшен ойоштороу, библиография алып барыу һәм китап тураһындағы фән өлкәһендә ғилми- тикшеренеү эштәрен алып бара.

Әлеге көндә китапхананың универсаль фондында 3,3 млн. берәмек баҫма һаҡлана. Китапхана электрон технологиялар ҡулланып, республика халҡына төрлө мәғлүмәти хеҙмәт күрһәтә. Йыл һайын китапханаға яҙылыусылар һаны 74 меңгә барып етә, улар йылына 560 мең тапҡырҙан артығыраҡ китапханаға мөрәжәғәт итәләр.

1836 йылдың 25 мартында Дворяндар йыйыны ҡарамағында асылған Губерна йәмғиәт китапханаһы Башҡортостан территорияһында тәүге дәүләт китапханаһы булып һаналған.

1921 йылдың 9 июнендә БАССР-ҙың Үҙәк фәнни китапханаһы асыла. Уның фондында 17600 дана китап иҫәпләнгән. 1933 йылда Үҙәк фәнни китапхана составына Үҙәк мосолман китапханаһы инә, 1936 йылда – М. Горький исемендәге Үҙәк йәмәғәт китапханаһы. Ошо уҡ йылда БАССР-ҙың Республика китапханаһы статусын ала. 1960 йылда уға Н. Крупская исеме бирелә. 1988 йылда Республика балалар һәм үҫмерҙәр китапханалары филиал хоҡуғында китапханаға берләшә. 1992 йылда Башҡортостан Республикаһының Милли китапханаһы тип үҙгәртелә. Ошо уҡ йылда уға мәшһүр ғалим, дәүләт эшмәкәре Әхмәтзәки Вәлиди исеме бирелә.

Милли китапхана республика китапханалары өсөн бер үк ваҡытта методик үҙәк тә булып тора. Ул китапханаларҙы модернизациялауҙа ( яңыса ҡороуҙа) ҙур өлөш индерә, уларҙың эшмәкәрлегенә заманса информацион технологиялар индереүҙә һәм уларҙы һөҙөмтәле файҙаланыу кимәлен асыҡлауҙа булышлыҡ итә, мәғлүмәти-технологик һәм библиографик йүнәлештәрҙә ғилми һәм методик эш алып бара.

Башҡортостан китапханалар һаны, китап фондтары күләме, китапхана хеҙмәттәре менән, файҙаланыусылар күрһәткестәре буйынса Рәсәй Федерация субъекттары араһында алдынғылар иҫәбендә.

Республиканың китапханалар селтәре (2015 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 1671 дәүләт һәм муниципаль дөйөм ҡулланыу китапханалары иҫәпләнә) Башҡортостан китапханалар ассоцияһына берләштерелә.

Милли китапхана фәнни һәм мәҙәни яҡтан әһәмиәтле бай мираҫҡа эйә. Бында Өфө һәм Ырымбур губерналары Рәсәй империяһы территорияларында, ер шарының алыҫ нөктәләрендә төрлө телдәрҙә нәшер ителгән 39 меңдән ашыу ғәрәп шрифтындағы баҫмалар һәм ҡулъяҙмалар тупланған. Улар араһында Ҡөрьән һәм уға аңлатмалар исемлеге, ислам дине, шиғри ҡулъяҙмалар йыйынтыҡтары, көнсығыш әҙәбиәте әҫәрҙәре, ғилми әҫәрҙәр, грамматика, тарих һәм математика буйынса дәреслектәр бар. Уларҙың күбеһе 300 йыл элек яҙылған һәм нәшер ителгән.

Санкт – Петербург, Ырымбур, Мәскәү, Екатеринбург, Һамар, Троицкий һ.б. нәшриәтендә сыҡҡан китаптар, шулай уҡ Пакистан, Мысыр, Төркиә, Ливан, Һиндостан, Иран, Сәүид Ғәрәбстаны, Тунис, Сирия (Алеппо), Ирак (Басра), Әзербайжан (Баку), Грузия (Тифлис), Ҡырым (Бахчисарай), Узбәкстан һәм Төркмәнстанда нәшер ителгән әҙәбиәт һирәк ҡулъяҙмалар коллекцияһында күрһәтелгән. Шулай уҡ славян әҙәбиәте баҫмалары ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Уларҙың иң ҡиммәтлеһе – Дашковтар ырыуы баҫмалары коллекцияһы. Китаптар һәм ваҡытлы баҫмалар йыйыу менән Дашковтар ғаиләһенән бер нисә быуын шөғөлләнгән. Коллекция туплау эшен Рязань губернаһы дворяндар ҡор башы - Василий Дашков башлай. Аҙаҡтан китаптар йыйыу эшен уның улы - дәүләт эшмәкәре, юстиция министры, Рәсәй империяһы сенаты генерал – прокуроры Дмитрий Дашков дауам итә. Ейәндәре Дмитрий һәм Андрей (Өфө земство үҙидараһы рәйесе) Дашковтар коллекция йыйыу эшен тамамлай.

Өфө типографияларында нәшер ителгән китаптар – 2 мең тирәһе, Стәрлетамаҡ типографияһы сығарған 60-тан ашыу китап, Бөрө, Бәләбәй һәм Борайҙа нәшер ителгән баҫмалар Милли китапхана фондын байыта. Өфөлә нәшер ителгән тәүге китап И. С. Петров типографияһы эше тип һанала.

XIX б. аҙағы – ХХ б. башында башҡорт әҙәбиәте үҫешенә Ғ. Соҡорой, М. Аҡмулла, М. Ғафури, Д. Юлтый, Ш. Бабич кеүек яҙыусыларҙың ижады ҙур йоғонто яһай. Улар ижад иткән әҫәрҙәр китапхана фондында һаҡлана.

Башҡорт яҙмаһы, 1929 йылдан 1940 йылға тиклем латин алфавитына нигеҙләнә. Был йәһәттән С. Ағиш, Ғ. Амантай, Б. Вәлид, Ғ. Дәүләтшин, Б. Ишемғол, А. Карнай һәм Т. Йәнәби әҫәрҙәре ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Башҡортостандың халыҡ шағиры М. Кәримдең 1938 йылда нәшер ителгән тәүге китабы Милли китапхананың һирәк ҡулъяҙмалар бүлегендә һаҡлана.

   2013 йылда Милли китапхана ҡарамағында фондтың теүәл көйө һаҡланыуын тәьмин итеү маҡсаты менән документтарҙы боҙолоуҙан һаҡлау һәм реставрациялау (тергеҙеү) үҙәге булдырыла. Үҙәктең төп бурысы – документтарҙы һаҡлау режимын (температура, дымлылыҡ һ. б.) булдырып уның боҙолоу процесын тотҡарлау, профилактика маҡсаты менән документтарҙы эшкәртеү, төпләү һәм реставрациялау эштәрен бойомға ашырыу. Кәрәкле ҡорамалдар һатып алына, Санкт – Петербургта китапхана фондтарын боҙолоуҙан һаҡлау режимын реставрациялау һәм төпләү эштәрен алып барыу үҙәгендә реставратор белгестәре әҙерләнелә.

Милли китапхана бер нисә тапҡыр Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнә, Бөтә Союз һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында еңеү яулай, социаль тикшеренеү эштәрен атҡарғанда заманса мәғлүмәт сараларын ҡулланыу, уларҙы файҙаланыу буйынса эштәр ойоштороу, мәғлүмәт тапшырыу һәм һаҡлау буйынса бәйләнеш юлдарын үҙләштереүҙә грант яуланы.

  

2006 йылда Милли китапхана «ЛИБНЕТ» милли мәғлүмәти китапхана үҙәге коммерцияға ҡарамаған ойошманың информацион ресурстары менән файҙаланыу мөмкинлегенә эйә була. Рәсәй китапханаларының йыйылма каталогын булдырыуҙа әүҙем ҡатнаша.

2011 йылдан Милли китапхана «Виртуаль мәғлүмәт» онлайн белешмә сиктәрендә виртуаль мәғлүмәти ярҙам күрһәтеү буйынса эш башлай, 2013 йылдан «Консультант – онлайн» хеҙмәте күрһәтелә.

2012 йылда Башҡортостан Республикаһы китапханаларының корпоратив порталы эшләй башлай, «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша Милли китапхананың мәғлүмәт базаһы менән танышыу мөмкинлеге тыуа.

2013 йылдан алып Милли китапхана базаһында тренинг – үҙәк әүҙем эш башлай, бында төрлө семинарҙар, лекциялар, китапханасыларҙың белемен күтәреү буйынса курстар һәм башҡа саралар уҙғарыла.

2012-2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау , өйрәнеү һәм үҫтереү маҡсатлы республика программаһы сиктәрендә 2013 йылда «Башҡортостан халыҡтары»(http://narodrb.ru) тигән портал әҙерләнә.

 

 

2014 йылда Башҡортостан Республикаһы үҙәкләштерелгән китапханалар һәм Милли китапханалар системаһын берҙәм мәғлүмәт бүленеү селтәренә берләштереү башлана.

Милли китапханала Blade center комплексы ярҙамы менән мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү үҙәге булдырыла.

2013 йылдан электрон ресурстар бүлеге уңышлы эш башлай, ул китапхана хеҙмәте менән ҡулланыусыларҙың мәғлүмәти һорауҙарын ҡәнәғәтләндерә, интернет ресурстары менән файҙаланыу мөмкинлеген тәьмин итә. Рәсәй Дәләт китапханалары (РГБ) диссертациялары һәм Рәсәй Фәнни китапханаларының (РНБ) автореферат, диссертациялары базалары менән, уҡыу әҙәбиәте буйынса Электрон китапхана ситемаһы (ЭБС) "IPR books"исемле массив базаһы менән дә ҡулланыу мөмкинселектәре булдырыла.

Башҡортостанда белем мөхитен үҫтереү программаһы сиктәрендә «Сикһеҙ белем» тип аталған квалификация күтәреү үҙәге асыла. Уның төп йүнәлештәре булып квалификация күтәреү, өлкәндәр һәм балалар өсөн сит телдәр өйрәнеү буйынса курстар, студенттар һәм йәш уҡытыусылар өсөн ғилми-методик семинарҙар һәм тренингтар уҙғарыу, тәжрибәле сит тел уҡытыусыларының аралашыуы һәм тәжрибә уртаҡлашыуы, өлкән синыф уҡыусылары өсөн “Эшлекле белем мәктәбе”ндә айырым предметтарҙы төплө өйрәнеү, уларҙы БДИ һәм олимпиадаларға әҙерләү саралары үҙәктең төп бурысы булып һанала.

2010 – 2014-се йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында китапхана эшен үҫтереү маҡсатында, республика программаһы сараларын бойомға ашырыу сиктәрендә «Милли электрон китапхана» проекты ғәмәлгә ашырыла.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана Башҡортостан китапханалары ассоциацияһы менән берлектә яңы информацион проект эшләй, «Фолиант» - тигән махсуслаштырылған гәзит сығара. Гәзит айырым бер осор эсендә тупланған мәғлүмәттәрҙе урынлаштырыуҙан тыш, китапхана эше өлкәһендәге ваҡиғаларға баһалама алыу мөмкинлеге бирә.

Милли китапхана 2011 йылдың апреленән «Төнгө китапхана»(Библионочь), Бөтә Рәсәй социаль – мәҙәни акцияһында ҡатнаша, бындай тамаша йәштәр араһында киң популярлыҡ яулай.

2014 йылда беренсе тапҡыр ойошторолған «Карьера төнө» акцияһы ҙур уңышҡа өлгәшә, сарала 700-гә яҡын кеше ҡатнаша.

Китапхана эшмәкәрлегенең социаль йүнәлеш сиктәрендә инновацион эш алымдары әҙерләү һөҙөмтә бирә, Милли китапхана төрлө проекттарҙа һәм программаларҙа ҡатнаша. Һаулыҡтары сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн Республика үҙәге менән берлектә «Изге китапхана» проекты бойомға ашырыла. Ижади эштәр күргәҙмәләре ойошторола. Уларҙа Республика реабилитация үҙәге тәрбиәләнеүселәре ижад иткән иң яҡшы эштәр ҡуйыла.

«Балаға шатлыҡ бүләк ит!», тип аталған хәйриә акцияһы, китапхана буйлап экскурсиялар, оҫталыҡ дәрестәре, әҙәби кисәләр, театрлаштырылған тамашалар уҙғарыла.

https://www.traditionrolex.com/46