Китапханала – яңы күргәҙмә


Китапханала – яңы күргәҙмә 12.05.2021
Башҡорт әҙәбиәте һәм туған яҡты өйрәнеү бүлеге шағир, ғалим-педагог, республикабыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре һәм сәйәсмәне Рауил Ниғмәтуллиндың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан «Шағир иле» исемле виртуаль китап күргәҙмәһен әҙерләне.

Шағирҙың ижадын уҡыусы үҙ итеп, яҡын күреп, ихлас ҡабул итә. Бының сере ябай – ул тормоштоң китаптағы образы түгел, ә үҙен, уның ысын йөҙөн, ауырлыҡтарын һәм шатлыҡтарын танып белгән кеше. Көтөүсе булып та, йәшелсәсе булып та эшләгән заманында. Артабан ферма мөдире, комсомол һәм партия ойошмалары секретаре, мәктәп директоры, ғилми хеҙмәткәр, нәшриәт мөхәррире – былар әле ул башҡарған вазифаларҙың тулы булмаған исемлеге. Күпме фәһем, тәжрибә, күҙәтеү байлығы тупларға тейеш был эштәрҙә яҙыусы – уныһы аңлашыла.

Китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм туған яҡты өйрәнеү бүлегендә Рауил Ниғмәтуллиндың ҡәҙерләп һаҡланған әҙәби мираҫы уның күп яҡлы талант эйәһе булыуын иҫбатлай.

Һәм бына ошо байлыҡты бүлек үҙенең күргәҙмәһендә тәҡдим итә. Поэмалары, шиғырҙары, йырҙары, ҡобайырҙары, мәҫәлдәре, балалар өсөн яҙылған әкиәттәре «Тауҙарҙа таң» (1981), «Еңмеш» (1982), «Япраҡ еле» (1984), «Мөхәббәткә юҡ ул өҙәрем» (1989), «Аҡ нур» (1991), «Кемгә ниндәй исем» (1992), «Ҡыңғырауҙар» (1996), «Урман музыканттары» (1999), «Тауҙарыма ҡарап» (2001), “Урланған урман” (2011) исемле китаптарында тупланған. Был китаптар барыһы ла беҙҙең виртуаль күргәҙмәлә үҙ урынын тапҡан: https://youtu.be/H5Q8631yUGU.

Талант бер яҡлы ғына булмай, тиҙәр. Яҙыусының йөҙәрләгән шиғырҙарына башҡорт композиторҙары: Роза Сәхәүетдинова, Рәмил Ғимранов, Нур Дауытов, Нәбиулла Мөстәҡимов, Данил Хәсәншин, Мәрйәм Солтанова кеүек моң маһирҙары көй яҙҙы. Күп шиғырҙарына яҙыусы көйҙө үҙе һалды. Уҡыусылар был йырҙар менән дә күргәҙмәлә таныша ала.

Шулай уҡ видеокүргәҙмәлә яҙыусының тормошондағы ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, ҡәләмдәштәренең уның ижадына ҡағылышлы иҫтәлектәр менән танышып була.

Күргәҙмәне ғаилә архивынан алынған фотоһүрәттәр биҙәй.

Возврат к списку