Башҡорт прозаигы Ринат Камал осрашыу

https://www.traditionrolex.com/46

Башҡорт прозаигы Ринат Камал осрашыу 19.02.2021
18 февраль Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһында Нижневартовск ҡалаһының 5-се һанлы ҡала китапханаһы һәм “Серҙәштәр” клубы ағзалары менән берлектә онлайн-осрашыу ойошторолдо. Матур традицияға әүерелгән был сараға күренекле прозаик, яҙыусы, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы һәм Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премиялары лауреаты Республикабыҙҙың Яҙыусылар союзы ағзаһы Ринат Әлтәф улы Камалов саҡырылды. Шулай уҡ осрашыуҙа “Арыған кеше“ повесының геройы – Башҡортостан Республикаһының билдәле ғалимы, философия фәндәре кандидаты Зәкирйән Әминев та ҡатнашты.

Осрашыуҙа яҙыусы уҡысыларҙың һорауына яуаптар бирҙе, “Сабыр йән”, “Оҙонтал” романдарында Ҡотлояр нәҫеле вәкилдәренең тормошо, язмышы һүрәтләнеүе тураһында һөйләне. ”Таня-Таңһылыу” романында уҡыусыларҙа Таня-Таңһылыуҙың мөхәббәт тойғоһо милли хистән дә, дини ҡанундарҙан да өҫтөнөрәк булыуы, яҙыусының был романда ҡатын-ҡыҙҙар күңел донъяһына тәрән үтеп инә алыуы ғәжәпләндерҙе. Шулай уҡ “Бейеүселәр” романы, “Арыған кеше” повесы һәм башҡа әҫәрҙәренең яҙылыу яҙмышы, идеяларҙың ҡайҙан алыныуы тураһында әҙип ентекле яуаптар ҡайтарҙы.

Яҡташтарыбыҙ менән берлектә бындай осрашыуҙар беренсе тапҡыр ғына үткәрелмәй, быға тиклем Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусылары Ноғман Мусин һәм Ҡәҙим Аралбаев, шағирә Гөлнур Яҡупова һәм башҡа билдәле яҙыусылар менән бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле осрашыуҙар үткәрелде.

Алдағы йылдарҙа ла региондар араһында бындай осрашыуҙарҙың йышыраҡ ойошторолоуы һәм матур традицияға әүерелеүен теләйбеҙ.

Был осрашыуҙы ойоштороусылар Нижневартовск ҡалаһының 5-се һанлы ҡала китапханаһының бүлек мөдире Заһиҙуллина Зөлфия Фәрит ҡыҙы һәм Әхмәт-Зәки Вәлиди исенедәге милли китапхана хеҙмәткәре Гөлфиә Вәкил ҡыҙы Заһитова.


Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46