Башҡорт теле көнө айҡанлы

https://www.traditionrolex.com/46

Башҡорт теле көнө айҡанлы 17.11.2020
14 декабрҙа Башкортостанда Башҡорт теле көнө уҙа. Ул башҡорт телен һаҡлау һәм артабан үҫтереү йәһәтенән рәсми рәүештә 2019 йылда Башҡортостан республикаһы башлығы Радий Хабиров указына ярашлы үткәрелә. Ошо мөһим ваҡиға айҡанлы Ә.-З. Вәлиди исемендәге Башҡортостан Республикаһының Милли киапханаһының ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлеге тарафынан ойошторолған үҙенсәлекле виртуаль күргәҙмә эшләй. Унда башҡорт тел ғилеме буйынса 1920-1930 йылдарҙа нәшер ителгән уҡыу әсбаптары һәм әлифбалар урын ала. Әйтергә кәрәк, уларҙың ҡайһы берҙәре бөгөнгө көндә берәр генә данала һаҡлана. Бынан тыш, ҡайһы бер авторҙарҙың исемдәре хатта ғалимдарҙың хеҙмәттәрендә лә осрамай: тимәк, башҡорт тел ғилеме тарихы менән шөғөлләнгән ғалимдар өсөн эштәр байтаҡ әле.

Был осор сәйәси һәм социаль-иҡтисади йәһәттән генә түгел, тел ғилеменең үҫешендә лә үҙенсәлекле дәүер: яҙманың даими үҙгәреп тороуы, тәүҙә ғәрәп графикаһы нигеҙендә яҙма, 1924 йылда ошо графика нигеҙендә яңыртылған башҡорт алфавиты, 1928 йылдың майынан 1940 йылға тиклем латин графикаһы нигеҙендәге яҙма. Бынан тыш, ошо йылдарҙа орфография, лексикология, диалектология һәм терминология буйынса эштәр әүҙемләшә. Мәҫәлән, 1930 йылда Ғөбәй Дәүләтшиндың башланғыс һәм урта мәктәптәр өсөн тәғәйенләнгән "Башҡорт теленең имлә һүҙлеге" дүрт меңлек тираж менән баҫылып сыға. Унда башҡорт телендә даими ҡулланылған 10 мең һүҙ урын ала.

Виртуаль күргәҙмәгә килгәндә, башта төбәктә иҫке төрки телендә баҫылып сыҡҡан уҡыу китаптары урын ала. Артабан 1920-1930 йылдарҙа нәшер ителгән уҡыу әсбаптары һәм әлифбалар урынлаша. Улар араһынан беҙ "Яңы мәктәп" (Уфа: Октябрьский Натиск, 1927), Н.Т.Таһировтың “Башҡорт әлифбаһы” (Уфа: Октябрьский Натиск, 1924), З.Н.Айыухановтың “Әлифба” (Уфа: Башгосиздат, 1933), З.Ф.Ҡулбәковтың “Өлкәндәр өсөн әлифба” (Уфа: Башгосиздат, 1936); К.Х.Даяновтың “Стилистика” (Уфа: Башгосиздат, 1939), К.З.Әхмәровтың “Грамматика. Синтаксис (Уфа: Башгосиздат, 1935), Х.Ш.Зиннәтуллинаның “Башҡорт теле (грамматика һәм дөрөҫ яҙыу)” (Уфа: Башгосиздат, 1939), У.Х.Хөснөтдиновтың “Башҡорт теле дәреслеге (грамматика һәм дөрөҫ яҙыу)” (Уфа: Башгосиздат, 1939), З.Ш.Шакировтың “Ғәмәли башҡорт теле дәреслеге” (Уфа: Башкнига, 1928), Ф.Б.Мәҡсүтованың “Уҡыу китабы” (Уфа: Башгосиздат, 1935), Й.Гәрәйҙең “Уҡыу китабы” (Уфа: Башгосиздат, 1939) һ.б. күрә алабыҙ.

Беҙҙең виртуаль күргәҙмә китапхана сайтында «Проект» бүлегенең “Виртуаль күргәҙмәләр” өлөшөндә урынлашҡан: http://vistavki.bashnl.ru/index.php/nggallery/virtualnye-vystavki/tel-ya-myshy-il-ya-myshy .

Бынан тыш ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлегендә китаптар күргәҙмәһе лә ойошторолған: http://www.bashnl.ru/novosti/7574/.

Фотогалерея: http://www.bashnl.ru/proekty/fotogalereya/?PAGE_NAME=section&SECTION_ID=523.

Видео YouTube: https://youtu.be/UdSGXCg1QYE.

Күргәҙмә тураһында мәғлүмәт: https://bash.news/bash/news/137938-bashkort-tele-tarikhyn-onlayn-eyrenerge-bula.

Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46