Милли китапхана фондында – яңы китап

https://www.traditionrolex.com/46

Милли китапхана фондында – яңы китап 28.02.2023
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала шағирә, журналист, «Аҡбуҙат» балалар журналының бүлек мөхәррире Айгөл Йәмилева-Ғәбитованың «Дауылдан һуң» шиғырҙар китабының исем туйы үтте.

Сарала «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире, шағирә, журналист Лариса Абдуллина, журналдың яуаплы сәркәтибе, шағирә Миңлегөл Тайсина, «Ҡош юлы» башҡорт бард хәрәкәтенән йырсылар Тимур Йосопов, Альбина Шәмсетдинова ҡатнашты. Айгөлдө тәбрикләргә дуҫтары, шиғриәт һөйөүселәр йыйылды.

«Дауылдан һуң» Айгөл Йәмилева-Ғәбитованың өсөнсө шиғри йыйынтығы. Тәүгеһе «Ямғыр вальсы» исеме аҫтында 2016 йылда З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә сыҡҡан «Әҙәби нағыш» әҫәрҙәр йыйылмаһында, икенсеһе, «Ҡапма-ҡаршылыҡтар» йыйынтығы, айырым китап булып ошо уҡ нәшриәттә 2019 йылда донъя күрә.

Үткән йылдың декабрь айында баҫылған китап уҡыусыны мөхәббәт тыуҙырған һөйөнөстәр һәм көйөнөстәр, йәшәү һәм үлем, әсәлек, тормош хаҡында фәлсәфә, Тыуған илгә, кесе Ватанға һөйөү һәм ихтирам, башҡорт рухы, милли үҙаң хаҡында үҙенсәлекле әңгәмәгә саҡыра.

«Мостай Кәримдең «Дауыл барҙа әле сыҙарһың да, ни ҡылырһың ул да һүрелгәс?» тигән шиғыр юлдары бар. Тап ошо юлдар «Дауылдан һуң» шиғырымдың эпиграфына, ә «Дауылдан һуң» шиғыры китаптың исеменә олғашты. Был осраҡлы түгел. Китапҡа оло юғалтыуҙан, атап әйткәндә, тормош иптәшемдең мәңгелеккә күсеүенән һуң яңы тормошҡа аяҡ баҫыу осорондағы шиғырҙар тупланған, шул уҡ ваҡытта йыйынтыҡты тулыһынса лириканан тора тип әйтеп булмай, унда башҡортлоҡ, милли үҙаң, тыуған ергә, Ватанға арналған шиғырҙар урын алған. Дауылдан һуң – дауыл ваҡытында ошо өйөрмәнән, күңелде күмеп алып киткән ғазаптан көс алаһың, ә бына был дауыл тынып, ғазап аҡ һағышҡа әйләнгәс, эргә-тирәлә кемеһе йәлләп, кемеһе ярҙамға ынтылып, кемеһе ҡыҙыҡ күреп өймәкләшкән кешеләр таралған... Элеккесә йәшәүе мөмкин түгел, ә яңыса нисек йәшәргә әле өйрәнелмәгән. Тап ошо мәлдә һынмаҫҡа, ары атлап китергә кәрәк. Ошо кисерештәрҙе үҙенә туплаған ул «Дауылдан һуң» китабы», – ти Айгөл үҙе.

Исем туйы шиғырҙарға, гитара моңона сорналған йырҙарға, сараны әҙерләгән, алып барған Милли китапхананың Күргәҙмәләр үҙәге һәм мәҙәни программаларҙың баш белгесе Нәсимә Туҡаеваның Айгөлгә биргән һорауҙарына үрелеп барҙы.

Фотолар галереяһы: http://bashnl.ru/bash/proekty/fotogalereya/?PAGE_NAME=section&SECTION_ID=1409.

Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46