Китап тураһында һөйләшеү

https://www.traditionrolex.com/46

Китап тураһында һөйләшеү 23.03.2022
«Осрашыу» проектында күренекле ғалим, профессор Ғиниәтулла Ҡунафин ҡатнашты.

Ҡунафин Ғиниәтулла Сафиулла улы – әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, 1990 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре һәм атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Жәлил Кейекбаев, Мәжит Ғафури, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премиялар лауреаты, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының башҡорт әҙәбиәте, фольклоры һәм мәҙәниәте кафедраһы мөдире.

«Китап – ул милләттең йөҙө, китапханала, мәҙәниәттә милләттең бер көҙгөһө, уның асылын билдәләүсе илаһи бер сығанаҡ. Китапхана ни тиклем эшләй, гөрләп тора, шул тиклем милләттең, был илдең рухи кимәле, интеллектуаль мәҙәни кимәле юғары”, – тип билдәләне профессор.

Ғиниәтулла Ҡунафин китапхана уҡыусыларына Мөнир Ҡунафиндың "Шаҡмаҡлы ҡояш" тигән китабын тәҡдим итеп, китапханаға уны бүләк итте.

«Осрашыу» проектында күренекле ғалим, проессор Ғиниәтулла Ҡунафин ҡатнашты: https://youtu.be/pHbLdoisfzY.

Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46