Аҡ нурҙарға күтәрелдем, күңелемә тулды йырҙарым

https://www.traditionrolex.com/46

Аҡ нурҙарға күтәрелдем, күңелемә тулды йырҙарым 25.08.2021
Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге башҡорт журналисы, шағирәһе һәм балалар яҙыусыһы Зөһрә Ҡотлогилдинаның 70 йәшлек юбилейына арналған «Аҡ нурҙарға күтәрелдем, күңелемә тулды йырҙарым» тип исемләнгән видеопрезентацияһын тәҡдим итә.

Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы әҙәбиткә уҙған быуаттың 70-се йылдарында аяҡ баҫа. Журналистика, проза, публицистика өлкәһендә лә әүҙем эшләй, тиҫтәләгән китап авторы. Әҙибә шиғыр һөйөүселәрҙең күңелен үҙенең тормош асылы, әсә һөйөүе, мөхәббәт тойғолары хаҡында тәрән лиризмға һуғарылған бай шиғриәте менән яулай.

Виртуаль күргәҙмәлә уның “Уйылам уйҙарымдан”(1983), “Шәфәҡ нуры”(1989), “Миләш тәлгәштәре”(1996), “Күҙҙәремә ҡара”(2013), “Ялан сәскәләре”(2016), “Уртаҡ яҙмыш”(2020) китаптары урын алған.

Зөһрә Ҡотлогилдина балалар яҙыусыһы булараҡ та билдәле. Уның балалар өсөн ижад иткән “Әсә һөйөнөсө” (1985), “Йырсы Гөлдәр”(1993), “Витамин ҡайҙа үҫә” (2013) йыйынтыҡтары ла виртуаль күргәҙмәлә күрһәтелгән.

Тынғыһыҙ журналист, шағирә киләсәккә генә түгел, уның үткәненә лә битараф ҡалмай. Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында балаларҙың күргән михнәттәре тураһында иҫтәлек китаптары ла сығарҙы. Ошо балаларҙың кисергәндәрен, уларҙың бала саҡ михнәттәрен, һуғыштың иң аяулы мәлдәрен сағылдырған өс китабы ла китап күргәҙмәһендә урын тапҡан.

Шулай уҡ ғаилә архивынан алынған фотоһүрәттәрҙә күргәҙмәне биҙәй.

Емешле ижады, әҙәбиәт, журналистика өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн әҙибә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995), республика Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2020), Баязит Бикбай (2011) һәм Рәми Ғарипов исемендәге (2012) премиялар лауреаты ла булды.

Выставка: http://vistavki.bashnl.ru/index.php/nggallery/virtualnye-vystavki/bash-ort-zhurnalisy-sha-ir-e-m-bal....



Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46