Новые поступления

https://www.traditionrolex.com/46
2023 йыл

Декабрь

Абдуллина, Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы

 Әсәйем һабаҡтары : шиғырҙар / Фирүзә Абдуллина . – Өфө : Китап, 2023. - 286, [1] б. : рәс.

 Содерж. : Әсәй ҡәҙере ; Ҡыҙ балам... ; Үтенес ; Хәтер ; Өлгөрөп ҡал и др. : стихотворения 

 ISBN  978-5-295-07905-4

 

Йыйынтыҡта Фирүзә Абдуллинаның башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадына таянып, уның әхлаҡ нормаларына нигеҙләнеп, ябай, халыҡсан телдә яҙылған шиғырҙары тупланған. Әсәһенән алған тормош һабаҡтарын үҙ балаларына еткереү маҡсатынан яҙылған был шиғырҙарҙа ғайләләге үҙ-ара мөнәсәбәттәр, бала тәрбиәләүҙә әсәй кешенең роле, бәхетле булыу серҙәре халыҡ педагогикаһына нигеҙләнеп асыла.

Ҡаһарманова, Л. Ф.

Күңелендә ҡояш булһа… : шиғырҙар / Лилиә Ҡаһарманова . – Өфө : Китап, 2023. - 158, [1] б. : рәс., төҫлө портр. - (Йәштәр тауышы).

Содерж. : Әсә ; Яҙ ; Юлдар ; Ел ; Рауза и др.: стихотворения

ISBN  978-5-295-07915-3

Лилиә Ҡаһарманованың тәүге китабында йыш осраған темалар һәм күтәрелгән проблемалар кешенең күңел кисерештәре, мөхәббәт һәм тәбиғәт менән бәйле. Шиғырҙарҙың күбеһендә лирик герой – хыялдарға сумырға яратҡан, кешеләргә ышанған, йөрәгендә ҙур мөхәббәт йөрөткән, тәбиғәт менән бер һулышта йәшәгән йәш ҡыҙ. Шул уҡ ваҡытта уны икеләнеү тойғолары ла урап үтмәй. Әммә ундай әҫәрҙәрҙе лә лирик геройҙың дөрөҫлөктөң, ғәҙеллектең еңеренә ышанысы кәмемәй. 

Ҡаһарманова, Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы

Зәңгәр төймә : повестар, хикәйәләр / Миләүшә Ҡаһарманова . - Өфө : Китап, 2023. - 300, [1] б. : портр.

ISBN  978-5-295-07928-3

Миләүшә Ҡаһарманова бөгөнгө башҡорт прозаһының популяр авторҙарының береһе. Уның әҫәрҙәре ҡағыҙ вариантта ла, электрон юлдар менән дә уҡыусылары араһында киң танылыу тапҡан. Һеҙ ҡулығыҙға алған "Зәңгәр төймә" проза йыйынтығы шундай сағыу ижад өлгөләренең береһе. Китапҡа өс повесть һәм тиҫтәнән ашыу хикәйә ингән. Уларҙың һәр береһендә үҙенсәлекле геройҙарҙың яҙмышы ҡыҙыҡлы сюжеттарға үрелеп бара. Халҡыбыҙҙың тарихи үткәне лә ("Ут хәтере"), бөгөнгө көнө лә ("Вахта"), мөхәббәт эпопеяһы ла ("Мәскәү тигән баш ҡала"), фольклор мотивтары ла ("Зәңгәр төймә") яйлы ғына урын тапҡан бында. Һәр береһе уҡыусы күңелендә дауыллы хис-тойғолар уятып, илатып-көлдөрөп, унан йәндә өмөт, яҡты киләсәккә ышаныс ҡалдыра ла кеүек. Быға авторҙарҙың бай, һутлы һәм бер аҙ мәрәкәсел теле лә булышлыҡ итә. Һәм бында иң мөһиме - кешеләрҙең рухи булмышы бар.


Саматова, Әлиә Марс ҡыҙы

Уртаҡ яҙмыш : повесть, хикәйәләр / Әлиә Саматова . – Өфө : Китап, 2023. - 86 [1] б. : портр.

Текст на башк. яз. - Перед вып. дан. : Судьба для двоих : повесть, рассказы / Саматова Алия Марсовна. - Содерж. : Кәкүк : повесть ;  Баҫҡыста ; Уйын ; Өлөш барҙа, үлеш бар ; Тел асҡысы : һ. б. хикәйәләр

ISBN  978-5-295-07933-7

Автор ғүмер һуҡмағында осраған һәр вакиғаны, кеше яҙмыштарын йөрәге аша үткәреп, уҡыусыға фәһемле повесть, хикәйәләр тәҡдим итә.


Сәлимова, Ләйсән Әбүбәкер ҡыҙы

Өмөтдар : повесть / Ләйсән Сәлимова . - Өфө : Китап, 2023. - 160 б.- (Йәштәр тауышы).

ISBN  978-5-295-07913-9

Ләйсән Сәлимованың "Өмөтдар" исемле тәүге китабында ике әхирәттең мажаралы тормошо һүрәтләнә. Мөкиббән китеп китаптарға ғашиҡ ҡыҙҙар, романдарҙа яҙылған бәхеткә өмөт итеп, көтөлмәгән аҙымдар яһай, мөхәббәт хаҡына выждан тауышын баҫып, хаталар аша алға атлай.


Хисамова, Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙы

Яҙмышым усағы : шиғырҙар, поэмалар / Миңлегөл Хисамова . - Өфө : Китап, 2023. - 254 [1] б. : портр.

Текст на башк. яз. - Перед вып. дан. : Судьба моя : стихи, поэмы / Хисамова Минигуль Салимьяновна. - Содерж. : И ҡәҙерле һүҙем һиңә, Көйөргәҙем ; Үҙ еремдең тыңмаҫ юлсыһы мин ; Донъя хәлен уйлап ; Хыялымда наҙ уятам һ. б.

ISBN  978-5-295-07950-4

Билдәле шағирә Миңлегөл Хисамованың китабына өр-яңы шиғырҙары һәм поэмалары индерелгән. Автор поэмаһында ябай ауыл хеҙмәтсәндәренең һуғыштан һуңғы ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу өсөн көрәшеү һүрәтләнһә, шиғырҙарында мөхәббәт, әхлаҡи сафлыҡ, намыҫ, мәрхәмәтлек темаһы сағылыш тапҡан.

Ноябрь

Юнысова, Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы
Йөрәгемдә тыуған ерем = В сердце моем родная земля / Гөлфиә Юнысова . – Өфө : Самрау, 2023. - 346 [1] б. : рәс., портр.
Текст на башк. яз. - Содерж. : Яҡташтарыма рәхмәтлемен ; Бала саҡ хикәйәләре һ. б.

 







Октябрь

Ғәниева, Тамара

Донъялыр был... : хикәйәләр, эссе / Тамара Ғәниева . – Өфө : Китап, 2023. - 510, [1] б. : рәс., портр.

Содерж. : Сер ; Никах ; Бәхет хаҡы һ. б. : хикәйәләр ; Әхирәттәрем ; Әҙәби мөхит һ. б. : эссе

ISBN  978-5-295-07914-6

Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниеванының «Донъялыр был» китабына төрлө йылдарҙа яҙылған хикәйәләре һәм эсселар тупланган.



    Камал, Ринат

    Һайланма әҫәрҙәр = Избранные произведения / Ринат Камал .       –  Өфө : Китап, 2023 -    .

    Том 1. - 2023. - 492, [2] б. : рәс., портр.

    Содерж. : Таня-Таңһылыу : роман ; Бала ; Түңгөк ; Убыр ; Ике        ғүмер ; Ят бауыр    :  повестар

    ISBN  978-5-295-07934-4 ; ISBN  978-5-295-07935-1

 

    Күренекле прозаик һәм публицист, Башҡортостандың халыҡ                яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты   Ринат Камалдың был китабына “Таня-Таңһылыу” сентименталь романы һәм повестары тупланды.


Юнысова, Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы

Рәхмәт, яҙмыш! : шиғырҙар / Гөлфиә Юнысова .- Өфө: Китап, 2023.- 415 б. : рәс., портр.

Перед. вып. дан.: Благодарю судьбу : стихотворения/Идельбаева Гульфия Азнагуловна.-Текст на башк. яз.-Библиогр.: с. 401-402.-Содерж.: Илһамды булмай йүгәнләп  ; Һәр кемдең үҙ ҡанаты  ; Киләсәк ҡыҙығыраҡ  ; Тыуған ерҙең тоғро ҡошо ; Минең ҡәҙерлеләрем һ.б. шиғырҙар

ISBN  978-5-295-07918-4

Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованың был китабына әҙибәнең яңы шиғырҙары менән бергә төрлө йылдарҙа яҙылған әҫәрҙәре лә индерелгән. Йыр шиғырҙары һәм нескә тойғоларға, үҙенсәлекле образдарға бай лирик һәм фәлсәфәүи ижад емештәре авторҙың был йыйынтығында ла төп урындарҙы биләй.


Сентябрь

Ғәйетбай , Наил

Бабич : роман / Наил Ғәйетбай . – Өфө : Китап, 2023. - 463, [1] б. : ил., портр.

ISBN  978-5-295-07886-6

"Бабич"- башҡорт халҡының бөйөк улы Шәйехзада Бабич хаҡындағы тәүге күләмле әҫәр. Бабич образы быға тиклем күп әҫәрҙәрҙә шағир булараҡ ҡына һүрәтләнә. Ә Бабич шағир ғына булмаған бит! Ул дәүләт эшмәкәре, музыкант, мөхәррир, оҫта артист булыу өҫтөнә, бейеүҙәр һалған, концерттар ойошторған күп яҡлы талант эйәһе. Был романда автор Бабичтың төрлө һәләттәрен асып, уны бай рухлы, көслө шәхес, көрәшсе, оҫта сәйәсмән итеп күрһәтә. Шулай уҡ әҫәрҙең башынан аҙағынаса Бабичтың ҡаҙаҡ һылыуына булған тулҡынландырғыс, тәрән һәм фажиғәле мөхәббәт тарихы ла һүрәтләнә. Тарихи- мажаралы «Бабич» романы Башҡортостан Республикаһын ойоштороу осорондағы ысын булған ваҡиғаларға таянып яҙылған.

Ҡарамышева (Мәхмүтова), Таңһылыу Фаяз ҡыҙы

Киреп асам тарих шаршауын : [шиғырҙар, поэма] / Таңһылыу Ҡарамышева (Мәхмүтова) . - Өфө : Китап, 2023. - 230 [1] б. : портр.

Содерж. : Теге яҡҡамы, был яҡҡамы? ; Һаумы, тиһәм, һау бул, ти ҙә... ; Һуғыш - ул байраҡтар ; Буш тугел ул... һ. б. шиғырҙар

ISBN  978-5-295-07881-1

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, танылған шағирә Таңһылыу Ҡарамышеваның был йыйынтығы өр-яңы шиғри шәлкемдәре һәм яңы поэманан тора.

Мусина, Заһиҙә Хәкимйән ҡыҙы

Килен : повесть, хикәйәләр / Заһиҙә Мусина . – Өфө : Китап, 2023. - 206 б. : рәс., төҫлө портр.

Содерж. : Килен : повесть ; Алтынҡайым ; Йәниә ; Бер эш көнө ; Офоҡ артында бәхет бар, тиҙәр и др. : рассказы

ISBN  978-5-295-07917-7

Заһиҙә Мусинаның «Килен» повесында ҡәйнә һәм килендең үҙ-ара ҡатмарлы мөнәсәбәттәре тасуирлана. Ҡыҙ баланы кейәү йортонда бихисап һынауҙар көтә… Ошо ауырлыҡтарҙы төп герой йырып сыға алырмы? Килеп тыүған һынаүҙар алдында бөгөлөп төшмәҫкә, ғайләһен һаҡлап ҡалыуға уның сабырлығы етерме? Ғөмүмән, повесть күптәрҙе битараф ҡалдырмаҫ. Китапта бирелгән хикәйәләр ҙә замандың киҫкен проблемаларын асып бирә.

Сафина, Әҡлимә Ғәзи ҡыҙы

Хикмәтле хат : повестар / Әҡлимә Сафина . – Өфө : Китап, 2023. - 134 [1] б. : портр.

Содерж.: Хикмәтле хат ; Матур һәм мәңгелек йәшәү. - 16+

ISBN  978-5-295-07872-9

“Хикмәтле хат” повесында ауыр һуғыш йылдарында ауылда барған хәл- ваҡиғалар һүрәтләнә. “Матур һәм мәңгелек йәшәү” документаль повесында Учалы районы Сәфәр ауылынан Советтар Геройы Хәкимйән Әхмәтғәлиндың тормошо һәм батырлыҡтары бәйән ителә.

Сөләймәнова, Зөлфирә Зөлфәр ҡыҙы

Еҙемемә серҙәр һөйләйем : шиғырҙар / Зөлфирә Сөләймәнова . - Өфө : Китап, 2023

Содерж. : Башҡортостан ; Әсәм теле ; Яҙғы вальс ; Туй күлдәге ; Рәми бурандары и др. : стихи. - 16+

ISBN  978-5-295-07884-2

Мәңгелек төшөнсәләрҙе сағылдырып, иң изге, саф хистәрҙән туҡылған ижад емештәрендә шағирәнең йөрәк ауазы ишетелгәндәй.



Ураҙғолов, Рәлис Ришат улы

Һуңғы йәйләү : роман, повесть, хикәйәләр / Рәлис Ураҙғолов . – Өфө : Китап, 2023. - 256 б. : портр., рәс.

ISBN  978-5-295-07865-1

Рәлис Ураҙғоловтың исеме әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Уның "Аслыҡ" романын, повесть һәм хикәйәләрен уҡыусылар йылы ҡабул итте. "Һуңғы йәйләү" исемле китапҡа авторҙың яңы романы индерелде. Исеменән үк күренеүенсә, эстәлеге боронғо йәйләү осороноң һуңғы көндәре тураһында. Асылы иһә М. Аҡмулланың "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк" һүҙҙәрҙенә ауаздаш. Ғилем аша ғына үҙ еребеҙгә, илебеҙгә хужа була аласаҡбыҙ, тип әйтергә теләй яҙыусы.

Шәрипов, Сабир Нәғим улы

 Һайланма әҫәрҙәр / Сабир Шәрипов . – Өфө : Китап, 2023 -    .

Том 1 : Роман, повесть . - 2023. - 510, [1] б. : портр.

Содерж. : Хушлашмайым : роман ; Ҡолонташ : повесть

 ISBN  978-5-295-07879-8 ; ISBN  978-5-295-07880-4

Яҙыусының 1-се томына ингән «Хушлашмайым» (1992) романында атаҡлы БАМ-ды төҙөғән һалдатгар менән офицерҙарҙың 70-се йылдарҙағы тормошо һүрәтләнһә, «'Колонташ» (2013) повесында иһә хәҙерге заман урмансылар көнкүреше һәм осорға бәйле актуаль проблемалар ҡуйыла.   

Әхмәтйәнова, Мәүлиҙә Сәфәрғәли ҡыҙы

 Бабайһыҙ әбейҙәр : хикәйәләр / Мәүлиҙә Әхмәтйәнова . – Өфө : Китап, 2023. - 184 б. : рәс.

 ISBN  978-5-295-07857-6

Авторҙың “Бабайһыҙ әбейҙәр” исемле китабында төрлө йылдарҙа яҙылған хикәйәләре тупланған.






Апрель-Июнь

"Ағиҙел" дән 100 хикәйә : ике томда / Фонд главы Республики Башкортостан ; йыйынтыҡты әҙерләнеләр : Мөнир Ҡунафин (яуаплы мөхәррир) ; автор-төҙөүсе Әмир Әминев ; Луиза Кирәева [һ. б.] . – Өфө : Самрау, 2023.

1 том. - 2023. - 532 б. : портр.

Содерж. : Хәлкәй артист / Дауыт Юлтый. Ялсы / Мәжит Ғафури. Акт / Ғаян Лоҡманов. Ямаҡай / Ярулла Вәлиев. Энтузиаст / Мар. Сәлим и др. : рассказы . - 6+

ISBN  978-5-6049223-1-6

Ике томдан торған йыйынтыҡҡа 100 башҡорт яҙыусыһының 100 йыллыҡ тарихы булған "Ағиҙел" айлыҡ әҙәби-нәфис һәм публицистик журналында төрлө йылдарҙа баҫылған 100 хикәйәһе ингән. Киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнә.

Камал, Ринат

Ҡурай : роман / Ринат Камал . - Өфө : ООО "Агенство печати "Приволжье", 2022. - 144 б. - 6 +

ISBN 978-5-6048977-1-3

Уҙенең оҙон ғүмер юлында халыҡ уны совет дәүеренә килтереп еткерһә лә, эшем эйәләре - академия турәләре, консерватория әһелдәре ҡурайҙы һанламай, бүтән Европа уйын ҡоралдарына тиңләмәй, институт тупһаларына баҫтырмай йөрөнө, уҡытыу пландарына ла индермәнеләр - йәнәһе, ул халык уйын ҡоралы ғына, фольклор емеше... Гәрсә ҡурай бирешмәй, һаман сәхнә турҙәренән төшмәй…


Сәлимов, Зәйнулла

 Яугирҙең ҡуйын дәфтәре : 1941 - 1945 йылдар / Зәйнулла Сәлимов . – Өфө : Самрау, 2022. - 158 б. : портр.

Перед вып. дан. : Отзвуки грозных лет / З. Р. Салимов. - Содерж. : Батрак ; Ашҡаҙар ; Дим ; Әсә ; Дәһшәтле дәүер ауазы и др. : стихи. - 16+

Стихи из фронтового блокнота Зайнуллы Рахматулловича Салимова (1902 - 1993), уроженца дерев­ни Тубанге Саз Кугарчинского района Республики Башкортостан, призывают читателей искренне лю­бить свой родной край, преданно служить Родине. Статьи о стихах и о жизни Зайнуллы Салимо­ва написаны Н. Магадеевым, 3. Кутлугильдиной, С. Суриной. Книга издана при поддержке Искандарова Ра­шита Хусайновича, заслуженного врача Респуб­лики Башкортостан, кандидата медицинских наук, директора офтальмологического центра «РИА-МЕДОПТИК», внука Назиры (родной сестры Зайнуллы Салимова).



https://www.traditionrolex.com/46