Новые поступления

https://www.traditionrolex.com/46

2022 йыл

Декабрь

Кәримов , Мәүлит Зиннәт улы

Юлдар һалам : шиғырҙар / Мәүлит Кәримов .  Ҡарағаста аҡ болот : шиғырҙар / Дауыт Амангилдин .  Мәңгелектең саҡырыуы : шиғырҙар / Сулпан Миңлебаева . - Өфө : Китап, 2022. - 238, [1] б. : рәс., портр.

 Перед вып. дан. : Иду своей дорогой / М. З. Каримов. - Содерж. : Ҡыйын икән ; Юҡһыныу ; Далаларҙа ; Илһам ; Бәхет и др. : стихи

 ISBN  978-5-295-07815-6

Мәүлит Кәримов әҫәрҙәрендә беҙ философик лириканы ла, илһөйәрлек рухы менән һуғарырған юлдарҙы ла, социаль йүнәлешле шиғырҙарҙы ла, мөхәббәт лирикаһын да, юмор менән сатираны ла осратабыҙ. Яҙыусының доньяға ҡарашы асыҡ, фекерҙәре яҡты, хис-тойғолары ихлас.  Дауыт Амангилдин ижадында кешеләрҙең бер-береһенә, эшенә, Ер-әсәгә, илгә, тормоштағы тәғәйенләнешенә ҡарашын яҡтыртып бирә. Шигырҙарында гражданлыҡ позицияһы, халыҡтың рухы байлығын, телен һаҡлап ҡалыу мәсьәләләре ярылып ята. Сулпан Миңлебаеваның әҫәрҙәрендә халыҡсан рух бик көслө. Әҙәм балаһының ерҙәге тәғәйенләнеше, йәшәүҙең маҡсаты, яҙмыш тураһында тәрән уйланыуҙарға ҡоролған шиғырҙар өстөнлөк итә. Шиғриәт һөйөүселәрҙең ундағы саф милли колорит һуғарылған әҫәрҙәрҙе уҡып, үҙҙәренә онотолмаҫлыҡ күңел зауығы аласағына иманыбыҙ камил.  

Ҡаҙаҡбаева, Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы

Икебеҙ өсөн дә яраттым : повесть, хикәйәләр / Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева . - Өфө: Китап, 2022. - 180, [2] б. : портр.

Перед вып. дан.: Любила за двоих : повести, рассказы / Кудашева Зульфира Ягафаровна. - Подлинное имя авт.: Зульфира Казакбаева. -Текст на баш. яз. – Содерж.: Яҙҙан көҙгә тиклем ; повесть ; Һеҙ алһыуҙары ғына... ; Өс бәхетле көн ; " Әсәй " тип әйтә алманым... ; Мәскәү башҡорто һ. б. хикәйәләр

ISBN  978-5-295-07799-9

Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның әҫәрҙәре бөгөнгө көнгә ауаздаш: хәҙерге заман кешеһе ниндәй хәстәрҙәр менән йәшәй, нимә хаҡында хыяллана, уны ниҙәр борсой, тетрәндерә – автор ошо хаҡта уйлана, уҡыусыны ла уйланырға мәжбүр итә. Мөхәббәт темаһы изгелек, бала һәм әсә хаҡы, тоғролоҡ һәм хыянат менән үрелеп бара. Мәңгелек көрәштә нимә еңер? Әҙибә ҡәләме менән ошо һорауҙарға яуап эҙләй.

Сафин, Факил Миңнемөхәммәт улы

Сер : Шиғырҙар, поэмалар / Факил Сафин . - Өфө : Китап, 2022. - 206, [2] б. : рәс., портр. - (Ҡәрҙәшлек кәштәһе).

Содерж.: Мәңгелек бер Көн ; Үлемһеҙҙәр ; Яҡты буран ; Мөхәббәткә ышанам мин ; Эҙҙәр ; и др.: стихи и поэмы

 ISBN  978-5-295-07808-8

Шағир һәм прозаик, Татарстан республикаһының Ғ. Туҡай исемендәге премия лауреаты Факил Сафиндың “Сер” исемле йыйынтығына шиғырҙар, сонеттар, балладалар һәм поэмалар тупланды.

Һиҙиәтов, Мансур Яҡшыбай улы

Ҡышҡы кукрәү : повестар /Мансур Һиҙиәтов .  Ләйсән /Риф Йөҙлөкбай. Миллионер Әҙеһәм /Радик Әхмәтов . - Өфө: Китап, 2022. - 472, [2] б. : рәс., портр.

Текст на баш. яз. - Перед вып. дан.: Зимняя гроза / Хидиятов Мансур Якшибаевич. - Содерж.: Ҡышҡы күкрәү ; Күк юлда : повестар

 ISBN  978-5-295-07760-9



Юлдашев, Хисмәтулла Хәсән улы

Ырымбур бураны : шиғырҙар / Хисмәт Юлдашев . – Өфө : Китап, 2022. - 253, [3] б. : рәс., портр.

Содерж.: Көтөүсе ; Шаярыу ; Хушлашыу ; Тормош китабы ; Күбәләк и др.: стихи

ISBN  978-5-295-07829-3

Хисмәт Юлдашев заманыбыҙҙың аяуһыҙ үҙгәрештәрен тойоп ижад иткән шағир. Уның дала буранлы тыңғыһыҙ йыры – тыуған яғы, туған халҡы, туған теле. Милли ғәм менән һуғарылған шиғырҙарында үҙен ирекле тойған ир – азамат холҡо ярылып ята.


Ямалетдин, Мәүлит

Ишмөхәмәт сәсән : роман-эссе / Мәүлит Ямалетдин . – Өфө : Китап, 2022. - 382, [1] б. : портр.

 Текст на баш. яз. - Перед вып. дан. : Ишмухамет-сэсэн : роман-эссе / Ямалетдинов Мавлетбай Байгильдеевич. - Подлинное имя авт.: Ямалетдинов Мавлетбай Байгильдеевич

 ISBN  978-5-295-07766-1

Мәүлит Ямалетдиновтың "Ишмөхәмәт сәсән" роман-эссеһында башҡорт халҡының XIX быуаттағы көнкүреше, шул осорҙоң тарихи ваҡиғалары яҡтыртыла. Төп герой Ишмөхәмәттең сәсән булараҡ формалашыуы, уның яҙмышы башҡорт халҡының шул дәүер солғанышында һүрәтләнә. Роман халыҡсан тел менән яҙылған. Әҫәрҙә атаҡлы сәсәнде биргән күбәләк-табын ырыуына ғына хас ҡыҙыл диалектына ҡараған, онотолоп барған һүҙҙәр, мәҡәл-әйтемдәр урын алған.

Январь-Ноябрь

Асанбаев, Нәжиб Василий улы

Пьесалар / Нәжиб Асанбаев . - Өфө : Китап, 2021. - 384 б. : портр.

Содерж.: Ҡаһармандар ; Беҙгә егеттәр килде ; Рәйсә ; Фәйзи ; Зәйтүнгөл [һ. б.]

 ISBN  978-5-295-07646-6

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаевтың тыуыуына 100  йыл тулыу айҡанлы сығарылған был китабына  төрлө йылдарҙа  ижад ителгән драмалары индерелде.


Байгилдин, Рәсүл Ғилметдин улы

Һай, түрәкәйгенәһе : повесть /Рәсүл Байгилдин .  Ҡайтыу : повесть, хикәйәләр /Раят Вәлиев . – Өфө : Китап, 2021. - 400 б. : рәс.

ISBN  978-5-295-07672-5

 

Раят Вәлиевтың әҫәрҙәре байтаҡ ҡына дәүерҙе, уҙған быуаттың уртаһынан бөгөнгө көндәргә хәтлемге ваҡытты, үҙ эсенә ала. Автор төрлө замандағы ауыл тормошон, ауыл кешеләрен, уларҙың хис-тойғоларын, йәшәйештәрен сағылдырыуға ҙур иғтибар бирә.

Ғарипов, Рәми Йәғәфәр улы

Минең антологиям : тәржемәләр = Моя антология : переводы / Рәми Ғарипов ; баш һүҙ : Э. А. Бикбаева, Л. М. Кирәевой . – Өфө : Китап, 2022. - 416 б. : портр.

ISBN  978-5-295-07779-1

Рәми Ғарипов талантлы шағир булыу менән бергә ғәжәйеп оҫта тәржемәсе лә ине. Ул донъя лирикаһына өлөш индергән күренекле шағирҙар ижадын башҡорт уҡыусыһына бөтә күркәмлегендә еткереү йәһәтенән тиңдәшһеҙ өлгөләр ҡалдырҙы. Ошо антология — хальгҡтар дуҫлығы китабы — уҡыусыларҙы донъя шиғриәте өлгөләре һәм Ғүмер Хәйәмдең, робағиҙары менән таньштыра.

Ғарипова, Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы

 Әҫәрҙәр = Сочинения / Таңсулпан Ғарипова . – Өфө : Китап, 2017 -   

 Т. 5 : Роман, хикәйәләр, драмалар, очерктар . - 2021. - 480 б. : портр.

ISBN  978-5-295-06775-4; ISBN  978-5-295-07612-1

Күренекле прозаик, драматург һәм публицист, Башкортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Таңсулпан Ғарипованың был томында уның мәшhүp «Бөйрәкәй» пенталогияһының бишенсе «Ҡояшлы бурандар» китабы, хикәйәләре, Ырымбур ҡалаһында үткән Волга буйы театрҙарының фестивалендә 1-се урынды яулаған « Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» драмаһы, автор тарафынан «Умырзая гөлдөң ғүмеркәйе» хикәйәһенән  ҡаҡсығып яҙылып, Мәскәүҙә үткән кинофестивалдә «Алтын фил» призын яулаған «Сөмбөлдең етенсе йәйе» художестволы фильмына нигеҙ булып яткан «Йәй ташы» киносценарийы һәм төрлө йылдарҙа замандаштары хаҡында ижад иткән сағыу очерктары, мәҡәләләре, әңгәмәләре тупланды. Китап киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнгән.

Ғарипова, Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы

Әҫәрҙәр =Сочинения / Таңсулпан Ғарипова . - Өфө : Китап, 2017 -    .

Т. 6 : Повесть, хикәйәләр, драма, очерктар һәм мәҡәләләр .- 2022. - 479 с. : рәс., портр.

ISBN  978-5-295-06775-4; ISBN  978-5-295-07774-6

Күренекле прозаик, драматург һәм публицист, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипованың "Әҫәрҙәр" китабының 6-сы томында "Илекәй" повесы, Мәхмүт Ҡашғари исемендәге Халыҡ-ара хикәйәләр конкурсында беренсе урынды яулаған "Һабаҡ" хикәйәһе һәм Өфөнөң йәштәр театрында ваҡытында ҙур уңыш менән барған "Ғилмияза" драмаһы, йондоҙға тиң заманыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙары тураһында очерктары, мәҡәләләре, төрлө йылдарҙа төрлө матбуғат биттәрендә донъя күргән ҡыҙыҡлы әңгәмәләре һәм әҙибәнең ижады хаҡында замандаштарының фекерҙәрен сағылдырған яҙмалары тупланды.

Ғафури, Мажит

Үҙ илемде, үҙ еремде йәндән артыҡ һөйәмен... : уҡыусы балалар өсөн шиғырҙар һәм хикәйәттәр / Мажит Ғафури ; төҙөүсе Л. М. Камаева . – Өфө : Мир, 2022. - 170 б.

Перед вып. дан.: Свою страну, свою землю люблю больше жизни я... . - Библиогр.: с. 169 (3 назв.). - Содерж. : Ғилем ; Уҡыу и др. : стихотворения ; Болгар ҡыҙы Айһылыу ; Ағиҙел буйында ; Ҡыр ҡаҙы и др. : рассказы

ISBN  978-5-907176-13-3


Ғилманов, Ғәлимйән Хәмитйән улы

Табылдыҡ хаттар : повестар, бәйәндәр / Ғәлимйән Ғилманов ; З. Ш. Ҡарабаева тәржемәһе . - Өфө : Китап, 2021. - 360 б. : рәс., төҫлө портр. - (Ҡәрҙәшлек кәштәһе ). 

Содерж. : Табылдыҡ хаттар ; Шартлау ; Яҙмыштың тыуған көнө и др.: повести ; Бөкрө ; Хаҡ и др.: сказы

ISBN  978-5-295-07673-2

Ғәлимйән Ғилманов - хәҙерге татар прозаһында үҙ стилен, үҙ образдар донъяһын булдырған яҙыусыларҙың береһе. Уның, үҙенсәлекле геройҙары хыял менән ысынбарлыҡ сигенда йәшәй, шул уҡ ваҡытта улар ауыр, тетрәндергес яҙмышҡа дусар булһалар ҙа, үҙ идеалдарына, рухи ҡиблаларына тоғро ҡалалар. Әлеге китапҡа яҙыусының уҡыусылар араһында популярлыҡ яулаған әҫәрҙәре тупланды.

Ғилманов, Ғүмәр Ғилман улы

Ғүмер юлдары = Дороги жизни : яугир яҙмалары, педагог уйланыуҙары, иҫтәлектәр / Ғүмәр Ғилманов ; төҙөүсеһе һәм редакторы Ҡ. Аралбай . - Уфа : Белая река, 2022. - 270, [1] с. : ил., портр.

ISBN  978-5-87691-208-4

Бөйөк Ватан hyғышы һәм педагогия хеҙмәте ветераны, СССР мәғарифы отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғүмәр Ғилман улы Ғилмановтын, (1919 - 2007) тормошо һәм йәмәғәтселек эшмәкәрлеге сағыла был китапта. Бар ғүмерен йәш быуынды илһөйәрлек рухында һәм Советтар Союзы Геройы генерал-майор Т.Т. Кусимов өлгөһөндә тәрбиәләүгә арнаған шәхестең тыуған яҡ тарихы, педагогика һәм топонимика буйынса мәҡәләләре үҙе йәшәгән дәүерҙең йылъяҙмаһы булырлыҡ. Китап арҙаҡлы шәхес Ғилманов Ғүмәр Ғилман улының тыуыуына 100 йыл тулыу, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы әҙерләнде. 

Зөлҡәрнәева, Шәүлиә Ниғмәт ҡыҙы 

Көҙгө күстәнәс = Осенний небосвод : хикәйәләр, повесть : өлкән йәштәге мәктәп балалары өсөн / Шәүлиә Зөлҡәрнәева ; рәссамы Лиана Ниғмәтйәнова . - Өфө : Китап, 2021. - 272 б. : рәс., портр.

 

Йыйынтыҡта авторҙың башҡорт һәм рус телдәрендәге хикәйәләре һәм повесы урын алды.

В сборник включены рассказы и повесть автора на башкирском и русском языках.

  

Игебаев, Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы

Әҫәрҙәр : поэмалар, ҡобайырҙар, бағышлауҙар = Сочинения : поэмы, кубаиры, посвящения / Абдулхаҡ Игебаев . - Өфө : Китап, 2021.- 320 б. : портр.

Содерж.: Корея ҡыҙы ; Ирәндек бөркөтө и др. : поэмы. Юҡ уларҙың иманы ; Гүзәл заттар и др.: кубаиры. Юлай улы Салауат ; Тол ҡатындар и др. : посвящения

ISBN  978-5-295-07634-3

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Абдулхаҡ Игебаевтың "Әҫәрҙәр"енә поэмалары, ҡобайырҙары, бағышлауҙары индерелде.

Исҡужин, Буранбай

Хазина : шиғырҙар, драмалар / Буранбай Исҡужин . - Өфө : Китап, 2022. - 123 с. : портр.

ISBN  978-5-295-07738-8

Йыйынтыҡҡа шағирҙың, асылда, юмористик, сатирик, үҙе әйткәнсә, "төртмә терапия" стилендә яҙылған шиғырҙары, пародиялары, шиғри этюдтары, өҙөк-йыртыҡтары индерелһә лә, уларҙың аҫтында туған теле, ғәзиз халҡы, тыуған яғы өсөн уғата борсолоп йәшәгән ижадсының нескә күңеленән урғылған күҙ йәштәрен дә тойомлайһың.


Исхаҡов, Венер Айҙар улы

Шәп күстәнәс : сатирик һәм юмористик хикәйәләр / Венер Исхаҡов . – Өфө : Китап, 2022.- 240 б. : портр.

ISBN 978-5-295-07787-6

Яҙыусы-сатирик, журналист Венер Исхаковтың был китабына hyңғы йылдарҙа ижад ителгән әҫәрҙәре тупланды. Йәмғиәтебеҙҙәге етешһеҙлектәрҙе шул тиклем ябай, hap кешегә аңлайышлы итеп яҙыуы менән алдыра автор. Уның юмористик хикәйәләре ҡоро күңел асыуға, ауыҙ йырыуға түгел, ә ғибрәтле хәл-ваҡиғалар аша тормоштағы мәҙәни, әхлаҡи етешһеҙлектәрҙе фашлауға ҡоролған. Был йыйынтыҡ әҙәбиәт һөйөүсөләр күңелендә лайыҡлы урын алыр тигән өмөттәбеҙ.

Иҫәнғолов, Фәрит Әхмәҙулла улы

Мөхәббәт менән осрашыу : повестар, хикәйәләр / Фәрит Әхмәҙулла улы Иҫәнғолов ; төҙөүсеһе Г. Х. Абдрафиҡова. - Өфө : Китап, 2022. - 221, [3] б.

Содерж.: Алтынбикә ; Зөһрә ; Хөмәйрә ; Фәниә: повестар ; Рәсимә ; Маша ; Хуш, ауылым!: хикәйәләр.

ISBN  978-5-295-07745-6

Был китапҡа күренекле башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Фәрит Иҫәнғоловтың һайланма әҫәрҙәре индерелде.

Ишҡолова, Нәзирә

Әйтер һүҙем : шиғырҙар, поэмалар / Нәзирә Ишҡолова . – Өфө : Юлдаш, 2022. - 166 б. : төҫлө портр.

Авт. на 4-й с. обл. - Перед вып. дан. : Слово сердца / Н. И. Ишкулова. - Содерж. : Тыйнаҡ булһын ; Һағындым ; Шишмә и др. : стихи ; Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ ; Һүнгән өмөт : поэмы

ISBN  978-5-9613-0723-8



Күзбәков, Фәнил Тимерйән улы

Һайланма әҫәрҙәр : шиғырҙар, дастан, тәржемәләр = Избранные сочинения : стихи, дастан, переводы / Фәнил Күзбәков . - Өфө: Китап, 2022. - 397, [3] б. : портр.

ISBN 978-5-295-07810-1

Күренекле шағир, әҙәби тәнҡитсе Фәнил Күзбәковтьң «Һайланма әҫәрҙәр»енә «Алҡынып аға һыуҙар», «Өмөт шәмдәлдәре», «Һағыш», «Йәшәйеш ҡанундары», «Ҡаялағы-ҡурай» йыйынтыҡтарын тәшкил иткән әҫәрҙәре, тәржемәләре, шулай ук яңы шиғырҙары индерелде.


Күсмәева, Мәрйәм Тимерхан ҡыҙы

Көҙгө ҡояш : хикәйәләр, нәҫерҙәр / Мәрйәм Күсмәева . - Өфө : Китап, 2022. - 172, [2] с. : рәс.., портр.

ISBN  978-5-295-07730-2

Шағирә булараҡ билдәле булған авторҙың был йыйынтығына хикәйәләре тупланды.




Ҡотоева, Гөлназ Мират ҡыҙы

Балҡыһын ҡүңел ҡояшы! : баш мөхәррир яҙмалары / Гөлназ Ҡотоева . - Өфө : Башҡортостан, 2022. - 118 б. : портр.

ISBN 978-5-8258-0523-8

Шағирә, журналист, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың аткаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Гөлназ Ҡотоеваның был китабына баш мөхәррир яҙмалары тупланған. Ул, тормош тәжрибәһенән сығып, ысынбарлыҡтағы теге йә был күренешкә ҡарашын белдерә, баһа бирә.

Назар, Хәсән

Иманға инаныу : шиғырҙар, поэмалар / Хәсән Назар . – Өфө : Китап, 2022. - 158, [1] б. : портр.

Содерж. : Хәстәр ; Йәшәү ; Шулай инде ; Хазина и др. : стихи ; Шәмсыраҡ : поэма

ISBN  978-5-295-07780-7

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назаровтың ижады рухи юғарылыҡ, әҙәби камиллыҡ, халыҡсанлыҡ һәм тормошсанлыҡ менән билдәләнә.


202210-img.png

Сабитова, Рәйлә Хәбир ҡыҙы

Һауалағы торна артынан : повестар, хикәйәләр / Рәйлә Сабитова . - Өфө : Китап, 2021. - 240 б. : рәс., портр.

ISBN  978-5-295-07676-3

Һеҙ ҡулға алған йыйынтыҡ – Рәйлә Сабитованың икенсе китабы. Уның әҫәрҙәрендә хәҙерге заман һулышы, халыҡтың аҡылы, уйланыуҙары тығыҙ рәүештә үрелеп бара. Авторҙың стиленә диалект һүҙҙәр, неологизмдар хас булыуы менән уҡыусыларға бик ҡыҙыҡлы.



Солтангәрәев, Рәшит Ғимран улы

Еҙ батмус : хикәйәләр / Р. Ғ. Солтангәрәев. - Өфө : Китап, 2021.- 246, [1] б.: портр.

Содерж.: Оло юлдың туҙаны ; Ишкәкһеҙ кәмә ; Йондоҙ ҡашҡа ; Һуңғы һунар ; Ғүмер и др. : рассказы

ISBN  978-5-295-07668-8

Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев  исемендәге  дәүләт премияһы лауреаты  Рәшит Солтангәрәевтың  "Еҙ батмус" исемле китабына төрлө йылдарҙа яҙылған хикәйәләре тупланды.


Тойғон, Риф Ғәлим улы

Йөрәктә мөхәббәт : шиғырҙар, поэмалар, хәтирәләр = В сердце любовь : стихотворения, поэмы, воспоминания / Тойғон . - Өфө : Китап, 2021.- 272 б. : портр.

Содерж.: Ерҙән түгел, йондоҙло күк буйлап... ; Хыялдарҙа әллә ҡайҙа еләм... ; Ап-аҡ ҡарҙар яуа и др. стихи. Баҡсала ; Ҡәнифә юлы и др. поэмы

ISBN  978-5-295-07633-6

Күренекле шағир, прозаик, драматург Риф Тойғондоң был йыйынтығына тормош ҡанундарына бәйле фәлсәфәүи, тыуған яҡҡа, тыуған илгә, ҡатын-ҡыҙҙарға, дуҫтарына бағышланған лирик шиғырҙары, йырҙары, поэмалары тупланды, шулай уҡ айырым бүлек итеп шағирҙың ижады, тормошо хаҡында ҡәләмдәштәренең мәҡәләләре һәм уға арналған шиғырҙар индерелде. Китап киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнә. 


Флүрография : уйланмаған уйланылған тормош мажаралары : мәҡәләләр, хикәйәләр, фотоһүрәттәр / Ф. С. Газин . - Өфө : Белая река, 2022. - 238 б., [6] б. : рәс., төҫлө рәс., портр.

ISBN  978-5-87691-210-7

Мин – тәбиғәт ҡосағында. Иҫ белгәндән алып тәбиғәт ҡосағында - урман-таузар, йылға- шишмәләр, йәнлек-януар, ҡош-ҡорттар янында йәшәгәнемде тойҙом. Ғүмерем буйы ошо гүзәллеккә табындым һәм уны хәлемдән килгәнсә ҡурсаларға тырыштым. Ул ғына түгел, тәбиғәтте тәләфләргә, ҡырырға ниәтләгәндәрҙең юлына арҡыры торҙом. Һүҙ менән дә, гәзит-журналда донъя күргән мәҡәләләрем аша ла әҙәмдәрҙе үҙебеҙҙе уратып алған мөхиткә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәттә булырға өгөтләнем. Матбутат биттәрендә баҫылған яҙмаларым йөҙҙән берәүҙе булһа ла уйға һалғандыр, тигән фекерҙәмен.

Фәйзуллина, Зөһрә Хәдит ҡыҙы

Мөғжизәгә ышаныс : хикәйәләр, пьесалар / Зөһрә Фәйзуллина ; рәссамы Л. Ғаянова . - Өфө : Китап, 2021. - 158, [1] б. : рәс., портр.

Йыйынтыҡҡа яҙыусының балалар, үҫмерҙәр өсөн һуңғы йылдарҙа яҙған хикәйәләре, пьесалары тупланды.



Хәлфетдинова, Гөлнара Нәжип ҡыҙы

Бәхет һурпаһы : шиғырҙар / Гөлнара Хәлфетдинова .  Ваҡыт сыңы : шиғырҙар, поэма /Рита Фәтҡуллина. – Өфө : Китап, 2022. - 304 б. : рәс.

Перед вып. дан.: Грезы счастья / Г. Н. Хальфитдинова. - Содерж. : Көс ; Тыуған ер ; Шеш ; Хәл ; Була... и др. : стихи

ISBN  978-5-295-07786-9

Гөлнара Хәлфетдинованың «Бәхет һурпа­һы» исемле шиғырҙар йыйынтығында йәшәү ҡәҙере, ватансыллыҡ, милли асыл хаҡындағы фәлсәфәүи шиғырҙары урын алды. Рита Фәтҡуллинаның «Ваҡыт сыңы» исем­ле китабына тупланған әҫәрҙәрендә кеше күңеленең һынылыштары һәм балҡыштары сағыла. Лирик герой эске донъяһындағы һәм тормоштағы ҡаршылыҡтар көрәше аша мәңгелек һорауҙарға яуап эҙләй.


Шәрәфетдинов, Дамир Мөлкаман улы

Инйәр улы : шиғырҙар, поэмалар / Дамир Шәрәфетдинов . - Өфө : Китап, 2021. -  254, [1] б.: рәс., портр.

Содерж.: Урал, Ямантау, Башҡортостан и др.: стихи ; Сәскәлек, Урман и др.: поэмы

 ISBN  978-5-295-07671-8

 Йыйынтыҡҡа шағирҙың төрлө йылдарҙа ижад ителгән патриотик, лирик һәм социаль темаларға яҙылған шиғырҙары, фәлсәфәүи ҡараштарын сағылдырған поэмалары индерелде.


Әминев, Әмир Мөхмәт улы

Хикәйәләр / Әмир Әминев ; рәссамы А. Вәсилов . - Өфө : Китап, 2021. - 272 б.

Содерж.: Инша ; Ҡапҡа ; Хөкөм ; Албаҫты ; Ҡорт [һ. б.]. - 16+

ISBN  978-5-295-07603-9

Китап, нигеҙҙә, яҙыусының һайланма хикәйәләренән тора. Уларҙа замандашыбыҙҙың эске донъяһы,  кешеләр араһындағы ҡатмарлы  мөнәсәбәттәр  тасуирлана дөйөм эшкә,  милләткә,  халыҡҡа, туған телгә,  ижадҡа  ҡараш мәсьәләләре,  шулай уҡ йәшәйешебеҙҙең  сәйәси, ижтимағи, социаль проблемалары күтәрелә.

Япаров, Ғарифулла Хәбибулла улы

Һәләкәт : повестар, хикәйәләр / Ғарифулла Япаров . - Өфө : Башҡортостан, 2021.- 288 б. : рәс., төҫлө портр.

Содерж.: Байһары ; Тоғролоҡ ; Землемер Лоҡманхәким и др.: повести ; Ҡара рәхмәт ; Шоморт иле и др.: рассказы

ISBN  978-5-8258-0518-4 

Был китап бөгөнгө йәштәрҙә үҙ еренә һәм тыуған иленә һөйөү тәрбиәләүгә арналған. Ерен һәм халҡын яратмаған кеше үҙ иленең ысын патриоты була алмай. Ере булһа хальгктьң иле лә була, иле булһа уньң теле һаҡлана, киләсәге лә була. Повестәрҙәге һәм хикәйәләрҙәге геройҙар был хәкикәттәрҙе иҫбатлап, беҙҙең epҙe һәм олатайҙар мираҫ итеп ҡалдырған илде, бөгөн һаҡлап һәм яҡлап йәшәйҙәр.

https://www.traditionrolex.com/46