Новые поступления

https://www.traditionrolex.com/46
2021 йыл


Аралбай, Ҡәҙим Әбделғәлим улы

Тамырҙар һәм олон: ижади портреттар, ғилми яҙмалар, мәҡәләләр, иҫтәлектәр, хикәйәләр / Ҡәҙим Аралбай. - Өфө: Китап, 2021.- 470, [1] б.

 [4] фот., портр.

Содерж.: Быуындарға рухи - аманат (Ш. Бабич); Абдулхаҡ Игебаев шиғриәте; Шәжәрә - ижад мираҫы; Сурабан-бий - аманат русского царя; Ишмөхәмәт сәсән рухына и др.

ISBN  978-5-295-07582-7

Башҡортостандың халыҡ шағиры, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәр, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбайҙың был китабына илле биш йыл буйына (1965-2020) яҙған публицистикаһының бер өлөшө һәм бер нисә хикәйәһе тупланды.

Биишева, Зәйнәб Абдулла ҡыҙы

Яҡтыға: трилогия / Зәйнәб Биишева.-Өфө: Китап, 2019 - 2021.

Книга 3: Емеш: роман. - 2021. - 560 б.: рәс., портр.

На башк. яз.

ISBN  978-5-295-07214-7; ISBN  978-5-295-07604-6

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның "Емеш" әҫәрендә төп героиняның балалыҡ осоронан сығып тормошҡа яңыса бағыуы, мәктәптә һәм Ырымбур педучилищеһында белем алыуы, унда яңы дуҫтар табыуы, Байрас менән беренсе мөхәббәт тарихы ла һүрәтләнә.

Ғарипова, Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы

Әҫәрҙәр = Сочинения / Таңсулпан Ғарипова. - Өфө: Китап, 2017 -

Том 5: Роман, хикәйәләр, драмалар, очерктар. - 2021. - 480 с.: портр.

Содерж.: Ҡояшлы бурандар: роман-эпопея; Көҙгө моң; Оҙон юлдың башы: хикәйәләр; Мәскәү башҡорттары; Самауыр артында: мәҡәләләр и др.

ISBN  978-5-295-07612-1

Күренекле прозаик, драматург һәм публиөист, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, республиканың аткаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Таңсулпан Ғарипованың был томына уның, мәшһүр Бөйрәкәй пенталогияһының бишенсе «Ҡояшлы бурдар» китабы, хикәйәләре, Ырымбур ҡалаһында үткән Волга буйы театрҙарының фестивалендә 1-се урында яулаған «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» драмаһы, автор тарафынан «Умырзая гөлдөң ғүмеркәйе» хикәйәһенән ҡаҡлығып яҙылып, Мәскәүҙә үткән кинофестивалдә «Алдын фил» призын яулаған «Сөмбөлдөң етенсе йәйе» художестволы фильмына нигеҙ булып ятҡан «Йәй ташы» киносценарийы һәм төрлө йылдарҙа замандаштары хаҡында ижад иткән сағыу очерктары, мәҡәләләре, әңгәмәләре тупланды.

Ғиззәтуллина, Әнүзә Рәис ҡыҙы

Гәлсәр күңел: шиғырҙар / Әнүзә Ғиззәтуллина. - Өфө: Китап, 2021. – 109, [3] б.: рәс., портр. - (Йәштәр тауышы).

Содерж.: Заманама; Ватаным; Һағыныу; Таңбикә; Хаҡлыҡ и др.

ISBN  978-5-295-07583-4

Авторҙың «Гәлсәр күңел» исемле шиғырҙар йыйынтығында йәшәйешкә, заманға булған ҡарашы, йәштәр күҙлегенән сығып, донъялағы мәңгелек ҡиммәттәр, кеше мөнәсәбәттәре, тәғәйенләнеш тураһындағы фәлсәфәүи уйланыуҙары сағыла. Һөйөү лирикаһы, кешенең эске торошо, тыуған ил, ер, тәбиғәт тураһындағы тәрән йөкмәткеле шиғырҙары уҡыусылар күңеленә хуш килер.

Игеҙйәнова, Нажиә Заһир ҡыҙы

Ҡиммәтле кейәү: сатирик һәм юмористик хикәйәләр, скетч, монологтар / Нажиә Игеҙйәнова. - Өфө: Китап, 2021. - 216 б.

Содерж.: Һыпытуй, Үкенделәр, Хөсөт, Бажалар, Памиҙур и др.

ISBN  978-5-295-07625-1

Автор "Ҡиммәтле кейәү" исемле сатирик һәм юмористик хикәйәләр, скетч, монологтар йыйынтығында йәмғиәттәге йәмһеҙ күренештәрҙе, кешеләрҙәге етешһеҙлектәрҙе фашлай. Фәһемле, фәлсәфәле, көлкөлө әҫәрҙәрендә бәндәләрҙең мәғәнәһеҙ, тәрбиәһеҙ ҡәлебенә таянып тәнҡитләй.

Ильясов, Спартак Мөжәүир улы

Ҡағанат вариҫтары: роман / Спартак Ильясов; рәссамы А. Ф. Галин. - Өфө: Китап, 2021. - 16+

На башк. яз. - Перед вып. дан.: Наследники каганата / Ильясов Спартак Мужавирович

ISBN  978-5-295-07613-8

Авторҙың "Ҡағанат вариҫтары" романында боронғо башҡорттарҙың эшен дауам иткән замана вариҫтарының тормошо, көнкүреше, азатлыҡ, бойондороҡһоҙлоҡ өсөн алыштары һүрәтләнә. С.Ильясов ваҡиғаларҙы һүрәтләгәндә ер-һыуҙы, тау-урманды, халыҡтарҙы, шул замандағы атамаларҙы документаль исемдәре менән биреп уҡыусыла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Автор романда хәҙерге башҡорт телендә ҡулланыуҙан ситләшкән бик күп боронғо һүҙҙәр, атамалар, синонимдар, антонимдар ҡулланып үҙебеҙҙең телдең киңлеген, тәрәнлеген күрһәтә.

Искәндәриә, Тамара

Һайланма әҫәрҙәр : шиғырҙар, поэмалар / Тамара Искәндәриә .- Өфө: Китап, 2021. - 429, [3] б.: портр., рәс.

Текст на башк. яз. - Содерж.: шиғырҙар: Сәскәгә хаж, Моң, Рух көмбәҙе; Тимер быуат, Аҙнабикә: поэмалар и др.

ISBN 978-5-295-07627-5

Тамара Искәндәриә ижады - хәҙерге башҡорт шиғриәтенең аҫыл өлгөләренең береһе. Замандың фәлсәфәүи һынланышы ла, халыҡыбыҙ тарихын айбарлы йөрәк менән байҡау ҙа, тормошҡа, Ер-һыуыбыҙға, һөйгән йәренә тәрән мөхәббәт тә һуғара уны. Уҡыусыға был китап илһамлы мәлдәр бүләк итер.

Ҡунафин, Мөнир Сәхиулла улы

Шаҡмаҡ ҡояш: повестар һәм хикәйәләр / Мөнир Ҡунафин. - Өфө: Китап, 2021.- 301, [3] б.: рәс.

ISBN  978-5-295-07562-9

Авторҙың был китабына һуңғы йылдарҙа яҙылған повесть һәм хикәйәләре индерелде. “Кешелеккә тоғролоҡ”, “Инстинкт...” кеүек әҫәрҙәре матбуғатта баҫылғанда уҡ уҡыусылар араһында оло шаңдау уятты. Яҙыусының хикәйә һәм повестары композицион йыйнаҡлығы, сюжет тығыҙлығы, күтәрелгән проблемаларҙың масштаблығы һәм тәрәнлеге менән башҡорт әҙәбиәте тарихында яңы бит аса. Әҫәрҙәр уҡыуға еңел һәм ябай кеүек тойолһа ла, бик етди, ҡатмарлы фәлсәфәүи мәсьәләләрҙе күтәрә.

Ҡәйепҡолова, Нәркәс Салауат ҡыҙы

Йыһанға бағып: шиғырҙар / Нәркәс Ҡәйепҡолова. - Өфө: Китап, 2021. – 144 б.: рәс., төҫлө портр. - (Йәштәр тауышы).

Перед вып. дан.: Глядя на вселенную: стихи / Каипкулова Наркас Салаватовна. - Авт. на 4-й с. обл. - Содерж.: Фәрештәм; Тормош юлы; Аҙаштым; Ике хыял; Ваҡыт и др.

ISBN  978-5-295-07592-6

Нәркәс Ҡәйепҡолованың "Йыһанға бағып" исемле тәүге китабы тиҙҙән донъя күрә. Үҙенә генә хас булған, хистәргә бай, һағышлы ла, серле лә шиғырҙарында.

Мусин, Ноғман Сөләймән улы

Алдар батыр: роман / Ноғман Мусин; рәссамы А. Ф. Галин. – Өфө: Китап, 2021. - 368 с.

ISBN  978-5-295-07618-3

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Ноғман Мусиндың "Алдар батыр" романында күренекле тарихи шәхесебеҙ, йәмәғәт эшмәкәре, 1704-1711 йылдарҙағы ихтилалдар етәксеһе, башҡорт батыры Алдар Иҫәкәев образы һүрәтләнә.


Ниәтшин, Тимерйән Әбдрәхим улы

Ваҡыт тирмәне: шиғырҙар, поэма / Тимер Ниәтшин. - Өфө: Китап, 2021. - 208 б.: рәс., портр.

Содерж.: Еңеү көнө; Башҡорт рухы; Тел; Ямғыр яуа и др. стихи; Башҡорт кармаһы: поэма и др.

ISBN  978-5-295-07568-1

Был йыйынтыҡҡа ауыр, ҡатмарлы осорҙа йәшәгән замандашыбыҙҙың кисерештәре, шәхес булып уҫеүе, тыуған еренэ, туған теленә, милләт яҙмышына булған улдарса мөнәсәбәте сағыла. Лирик геройҙың төп һыҙаты - үҙен, башҡортлоғон эҙләү һәм табыу.


Сирбаев, Фәнис Рәис улы

Дауыл: шиғырҙар, поэмалар / Фәнис Сирбаев. - Өфө: Китап, 2021. - 192 б.: рәс., портр.

Содерж.: Үрһәләнеү; Туҡ-туҡ! и др. поэмы; Утлы йөрәк; Юғалтыу; Кешемен и др. стихи

ISBN  978-5-295-07559-9

Фәнис Сирбаевтың тәүге китабына донъя, ваҡыт серҙәре тураһында фәлсәфәүи уйланыуҙары, халҡым, телем, илем яҙмышы тип бөркөтләнеп саңҡыуҙары, тыуған ауыл, малай саҡтарҙы һағыныуҙары менән һуғарылған, йәшлек, мөхәббәт темаһы, хәҙистәргә таянып яҙылған әҫәрҙәре тупланды.

Солтан, Морат

Төн йырсыһы: шиғырҙар / Морат Солтан. - Өфө: Китап, 2021. - 96 с.: рәс., төҫлө портр. - (Йәштәр тауышы).

Содерж.: Октябрьскийҙың һөрөмө; Дүрт һәм ете; 24; Мәсекәй и др. - 16+

ISBN  978-5-295-07611-4

«Төн йырсыһы» - Морат Солтандың тәүге шиғырҙар йыйынтығы. Бәлки, улар һеҙгә сәйер, йәки артыҡ ҡурҡыныс һәм ҡараңғы тойолор. Улар мистика, хоррор, готика жанрҙарына ҡарай. Шағирҙы кеше күңеленең, тормоштоң аңлашылмаған, серле яҡтары ҡыҙыҡһындыра.

Сәғитов, Рәсүл

Уйлағандың һүҙе уйнаған / Рәсүл Сәғитов. - Өфө: Прокопий, 2021.- 166 б. - 16+

ISBN  978-5-6046158-8-1

Был китабында ла автор тел тәрәнлеген, киңлеген һәм бейеклеген байҡай, уны ҡулланыуҙағы, бигерәк тә журналистикала файҙаланыуҙағы, ҙур тәжрибәһе менән йомарт уртаҡлаша. Телде тотоноп ҡына ҡалмау, байыта ла йөрөү яҡлы икәнлеген өҫтәп белдерә. Уныңса, бер үк һүҙҙәр менән дә төрлөсә яҙып була һәм ғәҙәтилектән әҙгә генә булһа ла ижади тайпылыу иғтибарҙы шундуҡ йәлеп итә. Ә тапалған тәртиптәге, тыумаҫ борон юҡҡа сыҡҡан һөйләмдәр диҡҡәтһеҙ ҡала, урын ғына биләй. Кәрәктә мәҡәл-әйтемдәр ҙә үҙгәртелеп ебәрелһен хатта, шиғырҙар яңыртылһын, атамалар башҡалатылһын - был да тексҡа үҙенсәлекте ҡуйы мана, һоҡланғыс сағыуландырып ебәрә.

Cәғитов, Рәсүл

 Уй туйы = Кудрявый дымок за мотоциклом = Wdding in dream: [хикәйә] / Рәсүл Сәғитов. - Өфө: Прокопий, 2020.- 132 б.: портр. - 16+

 ISBN  978-5-6044381-4-5

Ил яҙмышы - хикәйә геройы Шәмсетдин язмышы ла ул: ябай ауыл малайы буй еткерә, әрмелә сағында ла ирекһеҙҙән ҡатмарлы ваҡиғалар солғанышына эләгә, йөрәге оло төҙөлөштәргә талпына, ҡала кешеһенә әүерелә. Бөгөн йәшәгән урыны ла - егерменсе быуаттың бер сағылышы. Уйындағы туй - хыял өйөрмәһе, романтика, сағыу төҫтәр, саф мөхәббәт. Олоғайған көнөндә уға көтөлмәгән, бер яҡтан уңайһыҙ хәлгә ҡуйған, икенсе яҡтан күңелен күккә олғаштырған осрашыу насип була.

Шаммас, Рауил Сәхиулла улы

Һайланма әҫәрҙәр = Избранные произведения / Рауил Шаммас. – Өфө: Китап, 2014 -

Том 3: Шиғырҙар, поэмалар. - 2021. - 480 б.: фот.

Содерж.: Баҫҡыстар һәм асҡыстар; Аҡһаҡалдың әйтере; Рәхмәт; Өфөм!;

Әсә рухы; Белорус урманында и др.

ISBN  978-5-295-07572-8

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Шаммастың "Һайланма әҫәрҙәр"енең 3-сө томына яңы һәм төрлө йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары, поэмалары, әкиәт-поэмалары ингән. Улар әҙәбиәт аҡһаҡалының тәрән фәлсәфәһе, нескә лирикаһы, үҙенсәлекле образдары, көслө характерҙар бәрелеше, тормошсан геройҙары менән танышыр нәфис һүҙ һөйләүселәр.

Әминев, Әмир Мөхмәт улы

Хикәйәләр / Әмир Әминев; рәссамы А. Вәсилов. - Өфө: Китап, 2021. - 272 с.

Содерж.: Инша; Ҡапҡа; Хөкөм; Албаҫты; Ҡорт  и др. - 16+

ISBN  978-5-295-07603-9

Китап, нигеҙҙә, яҙыусының һайланма хикәйәләренән тора. Уларҙа замандашыбыҙҙың эске донъяһы, кешеләр араһындағы ҡатмарлы мөнәсәбәттәр тасуирлана дөйөм эшкә, милләткә, халыҡҡа, туған телгә, ижадҡа ҡараш мәсьәләләре, шулай уҡ йәшәйешебеҙҙең сәйәси, ижтимағи, социаль проблемалары күтәрелә.




https://www.traditionrolex.com/46