100 йыл элек сыҡҡан “Керпе” журналы биттәрен асҡанда


100 йыл элек сыҡҡан “Керпе” журналы биттәрен асҡанда 22.04.2021
Ҡәҙерле китапхана уҡыусылары!

“Аманат” журналының тарихы тураһындағы мәҡәләләр серияһын дауам итәбеҙ. Беренсе өлөштә 1929 йылда Башҡортостанда сыҡҡан “Керпе” исемле тәүге айлыҡ балалар баҫмаһының (“Пионер” һәм “Аманат” журналдарының башы) Ленинградта баҫылған «Ёж» журналы менән бәйле булыуын яҙған инек. Башта уҡ шуны әйтергә кәрәк: Совет власы нығына башлағас мәктәп йәшендәге балалар өсөн сыҡҡан гәзит-журналдарҙың тарихы пионерия тарихы менән бәйләнеп китә. Шуға күрә “Керпе” журналы тураһында һөйләр алдынан был турала ҡыҫҡа ғына бер мәғлүмәт биреү зарур.

II Бөтә Рәсәй комсомол конференцияһы 1922 йылдың 19 майында тотош ил кимәлендә пионер отрядтарын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. Башҡорт АССР-нда пионер отрядтары 1923 йылдың май айында ғына барлыҡҡа килә башлай, сөнки уларҙы төҙөйәсәк, уларға шефлыҡ итәсәк өлкә комсомол ойошмаһы 1921-22 йылдарҙа Башҡортостанда булған аслыҡ эҙемтәләре менән көрәшкә йәлеп ителгән була. 1923-29 йылдарҙа Өфө, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй һәм Бөрө ҡалалары, шул тирәләге кантон ауылдарында күпләп пионер отрядтары ойошторола. 1927 йылда Башҡортостанда пионер отрядтарының һаны 478-гә етеп, уларҙа барлығы 17 662 пионер ағза булып тора. Тәүге пионер отрядтары башта завод, фабрика, мәктәп һәм башҡа учреждениеларҙа булған комсомол ойошмалары ҡулы аҫтында эшләй. Пионерҙар субботниктарҙа ҡатнашалар, наҙанлыҡты бөтөрөү, урамда ҡарауһыҙ һәм етем ҡалған балаларҙы эҙләп табыу, уларҙы балалар йортона урынлаштырыу кеүек эштәрҙе атҡарыуҙа ярҙам итәләр.

1922 йылда илдә пионерҙар ойошмаһы төҙөлә башлау менән бер рәттән пионерҙар өсөн журналдар сығарыуҙы ла юлға һала башлайҙар. Журналды ойоштороусылар балалар һәм үҫмерҙәргә коммунизмдың буласаҡ төҙөүселәре булараҡ ҡарағанға күрә, уларға партия эшенә һәм коммунистик идеяға тоғролоҡ тойғоларын һеңдереүҙе маҡсат итеп ҡуялар. Пионерҙар хәрәкәтен йәнләндереү һәм йәйелдереү өсөн 1922 йылда Мәскәүҙә “Юные товарищи”, 1923 йылда Петербургта “Барабан” исемле журналдар сыға башлай. Был баҫмалар балалар өсөн сыҡҡан тәүге совет ижтимағи-сәйәси журналдар булып иҫәпләнә. Барлығы бер йыл самаһы ғына баҫылғандан һуң был журналдар сығыуҙан туҡтай. Был ике журналдан башҡа пионерҙар өсөн “Юный Спартак”, “Ленинские искры”, “Дружные ребята” исемле айлыҡ баҫмалар ҙа сыға, ләкин береһе лә популярлығы һәм сифаты буйынса “Ёж” журналын уҙҙыра алмай.

“Керпе” журналынының тәүге һаны 1929 йылдың март айында донъя күрә һәм йыл аҙағына тиклем “Башнаркомпрос тарафынан айға бер тапҡыр сығарыла торған балалар журналы” тип барлығы 10 номер сыға. Баҫманың идараһы 1-се номерҙа ошолай тип яҙа: “Алдыбыҙҙа бик ҙур эш тора. Ул да булһа, ошо кескәй иптәштәр журналын башлап ебәреү эше. Был эш үҙенә күрә ғәйәт тә мәсүлиәтле (яуаплы) булған нәмә. Уны сығара башлау ғына әле алдыбыҙҙа торған бөтә ҡыйынлыҡтарҙы алып ташламай. Уға алда тағы ла әллә ни хәтлем кәртәләр осрарға мөмкин. Ул ҡыйынлыҡтарҙың күҙгә күренеп торғандары бына былар:

1.    Мәктәп йәшендәге балаларҙан уҡыусы кадр (төркөм) тыуҙырыу ҡыйынлығы. Был мәсьәлә беҙҙең башҡорт шәраитында (шарттарында) бик ауыр булған нәмә. Сөнки улар был ваҡытҡа тиклем журнал тигән нәмәне күргәндәре юҡ ине әле. Журнал түгел, күҙ һалынырҙай әҙәби яҙмалар ҙа бик һирәк осранылар. Бына был мәсьәлә, был ҡыйынлыҡ тураһында беҙгә бик ныҡ уйларға, баш ватырға, эшләргә тура киләсәк. Мәктәптәге балалар ойошмалары, уҡытыусы иптәштәр быны һәр ҡасан иҫтә тоторға тейештәр. Матур әҙәбиәтте һөйөүсө йәш кадрҙар тыуҙырыу эш – беҙҙең иң ҙур бурыстарыбыҙҙың берәүһе.

2.    Яҙыусылар кадры тыуҙырыу эше. Был мәсьәлә лә, юғарылағы мәсьәлә кеүек үк, мөһим бер мәсьәлә. Бында ла юғарыла күрһәтелгән хәлдәр (шарттар) тулы көйөнә солғап алғандар. Журнал үҙ тирәһенә ҙур төркөм йәш яҙыусылар йыйырға тейешле. Шулай булмағанда ул, ысын мәғәнәһе менән балалар журналы була алмаҫ ине. Был мөһим бурыс та бөтәһе менән шул уҡ юғарыла күрһәтелгән ойошма һәм иптәштәр өҫтөнә төшә.

3.    Журналды таратыу эше. Һәр беребеҙгә билдәле, журналдар бер ваҡытта ла ҡайҙа булһа ла йыйылып ятыу өсөн сығарылмайҙар. Журналдың сығыуынан элек, таралыу яғы уйланған, бөтә мөмкинлектәре күҙҙә тотолған булырға тейеш. Таратыу мәсьәләһендә беҙ, һәр нәмәнән элек, урындарҙағы комсомол һәм пионер ойошмаларына, уҡытыусыларға таянабыҙ. Уларҙың был эште йөҙ проценты менән үтәүҙәренә ышанып ҡалабыҙ.

4.    Журналдың ысын мәғәнәһе менән ялпы (киң ҡатлам халыҡ, эшсе-крәҫтиән халҡы) теләгенә яуап бирерлек булыуы. Һис бер журнал, ялпынан башҡа, үҙенән айырым бер юл менән барырға мөмкин түгел. Ул ялпы менән иҫәпләшеп, уның теләгенә моуафиҡ (ҡаршы булмаған, тура килгән) юл менән барырға тейеш. Шулай булғас, ялпы беҙгә үҙе ярҙамға килергә, уны төҙәтешергә тейеш.

Бына был юғарыла күрһәтелгән мөһим моменттар һәр ваҡыт иҫтә торорға тейештәр. Әгәр ҙә дөйөм көс менән тотонһаҡ, коллектив рәүештә хәрәкәт итһәк, беҙгә ул ҡыйынлыҡтар ауыр булмаҫтар, тип уйлайбыҙ”.

“Керпе”нең – “Ёж” журналына бәйле булыуы тураһында исеме генә түгел (исемен калькалаштырып алыуы), “Ёж”да донъя күргән күп кенә мәҡәләләрҙең урыҫсанан тәржемә ителеп башҡортса баҫмала бирелеүе (быны редакция асыҡ итеп “Еж” журналынан тип уҡыусыларына тәҡдим итә, ә башҡортса сыҡҡан журнал тураһында редакция үҙебеҙҙең “Керпе” хаҡында тип яҙа) һәм, ниһайәт, башҡорт балалар журналының йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө лә Ленинградта сыҡҡан баҫманыҡына ныҡ оҡшаш. “Керпе”нең идараһы журналдың программаһы (рубрикалары, бүлектәре) тураһында ошондай мәғлүмәт бирә:

I.    Илдә ниҙәр бар. Был бүлектә мәктәптәр тормошона, төрлө революция байрамдарына, илдәге ваҡиғаларға ғаит (ҡағылышлы) материалдар бирелә барыласаҡ.
II.    Әҙәбиәт. Мәктәп балаларына ҡарата яҙылған хикәйәләр, шиғырҙар, нәҫерҙәр, иҫтәлектәр үә башҡа шуға оҡшаш әҙәби яҙмалар.
III.    Яңы һәм иҫке тормош. Яңы тормош өсөн көрәш. Яңы тормош менән иҫке тормошто сағыштырып ҡарау үә башҡалар.
IV.    Фән һәм техника. Балаларға ҡарата ваҡ-ваҡ фәнни һәм техника материалдары биреү. Фән һәм техникаға мөхәббәт тыуҙырыу.
V.    Беҙҙә һәм уларҙа. Советтар Союзындағы балаларҙы тәрбиә ҡылыу системаһы менән капиталист илдәрҙәге тәрбиә системаһын сағыштыра барыу.
VI.    Советтар Союзында. Советтар Союзындағы балалар хәрәкәте. Күрше йөмһүриәттәр менән бәйләнеш яһау.
VII.    Физкультура. Физкультураның әһәмиәте. Физкультураның айырым күренештәре. Үә башҡалар.
VIII.    Күңел асҡыстар. Төрлө күңел асҡыс нәмәләр. Табышмаҡтар, шарадалар, викторина бошмаҡтары үә башҡалар.

“Керпе” балалар журналы республикабыҙҙағы пионер ойошмаһы тарихына, айырым пионер отрядтарының эшмәкәрлегенә, үткәрелгән сараларға ҡағылышлы бик күп мәғлүмәт бирә. Мәҫәлән, 1928 йылда Башҡортостандағы пионерҙарҙың барлығы 48 юннат (йәш натуралистар, тәбиғәтте өйрәнеүселәр) түңәрәге ойоштороуы, шул уҡ йылда республикала тәүге тапҡыр “Ҡоштар көнө” уҙғарылыуы билдәле, ки шуның шауҡымы булараҡ уҡыусылар 1929 йылда сыҡҡан “Керпе”нең һәр номерында тейерлек ҡоштар тураһында фәнни-популяр мәҡәлә һәм фенологик күҙәтеүҙәр табырҙар.

Тәүге башҡорт балалар баҫмаһында БАССР пионерҙарының Бөтә Союз күләмендәге сараларҙа ла ҡатнашыуы тураһында хәбәр ителә. 1929 йылдың июнь айында Башҡортостан кантон һәм волостарында (райондар барлыҡҡа килмәҫтән саҡ ҡына алдараҡ) урындағы пионерҙар слёты, август башында 1-се Бөтә Башҡорт пионерҙар слёты үтә һәм был сарала 18 августта Мәскәүҙә үткән 1-се Бөтә Союз йәш пионерҙар слётына Башҡортостандан 72 делегат һайлана. Мәҫәлән, “Керпе”нең 6-7 һандарында (август һәм сентябрь һандары бергә сыға) Ҡоншаҡ волосы Ҡоншаҡ ауылынан Өфө слётына, Өфөнән Мәскәү слётына барыусы Рауза Сөйөндөкова менән һөйләшеү табырһығыҙ (Дауамы бар).

Фотогалерея: http://www.bashnl.ru/proekty/fotogalereya/?PAGE_NAME=section&SECTION_ID=624.

Илдар КИРӘЕВ,
Башҡортостан Республикаһының
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге
Милли китапханаһының
ваҡытлы матбуғат бүлеге мөдире


Возврат к списку