«Аманат» балалар журналының оҙон һәм ҡыҙыҡлы тарихы тураһында

https://www.traditionrolex.com/46

«Аманат» балалар журналының оҙон һәм ҡыҙыҡлы тарихы тураһында 07.04.2021
Ҡәҙерле китапхана уҡыусылары!

Әлеге ваҡытта республикабыҙҙа сыҡҡан “Аманат” балалар журналының оҙон һәм бик ҡыҙыҡлы тарихы бар. Һеҙгә шул турала бер нисә мәҡәлә тәҡдим итәбеҙ.

Рәсәйҙә тәүге балалар баҫмаһы XVIII быуатта барлыҡҡа килә. “Детское чтение для сердца и разума” исемле балалар журналы 1785-1789 йылдарҙа аҙнаға бер тапҡыр “Московские ведомости” гәзитенең ҡушымтаһы булып сыға һәм уҡыусыларына бушлай таратыла (шуны ла әйтергә кәрәк, 200 йылдан ашыу ваҡыт үткәс, 1997 йылда шул уҡ исем менән был журнал яңынан баҫыла башланы). Тора бара балалар өсөн айырым үҙаллы журналдар ҙа баҫыла башлай. Урыҫ телендә сыҡҡан журналдарҙың иң тәүгеләре булып “Детское чтение”, “Задушевное слово”, “Светлячок”, “Путеводный огонек”, “Дело и потехи”, “Тропинка” һ.б. һанала. Рәсәйҙәге балалар матбуғатында хикәйәләр, шиғырҙар, мәҫәлдәр, әкиәттәр, ребустар, шарадалар, фокустар урын ала. “Уйындар һәм ҡул эше”, “Иң кескәйҙәр өсөн”, “Эш өҫтәле” кеүек рубрикалар ҙа була. 1917 йылға тиклем балалар әҙәбиәте менән бергә яйлап балалар баҫмалары ла үҫеш ала.

Батша Рәсәйе эсендә йәшәгән башҡа халыҡтарҙың телдәрендә сыҡҡан журналдарға килһәк инде, шуны әйтә алабыҙ. Төрки-мосолман матбуғатында XIX быуатта балалар өсөн айырым ҡушымталар сыға башлай. Мәҫәлән, күренекле нәшриәтсе һәм мәғрифәтсе Исмаил Ғаспринский сығарған “Тәржемән” гәзитендә балалар ҡушымтаһы – “Ғәләми сыбъян” (“Балалар донъяһы”) журналы барлыҡҡа килә. Был журнал Рәсәй империяһы киңлектәрендә генә түгел, ә Төркөстан, Иран, Болгария, Ҡытай, Мысыр (Египет), Румыния кеүек илдәрҙә йәшәгән төрки-мосолман халыҡтары араһында ла киң таралған була. Башҡорт зыялылары араһында был гәзит үҙе лә, һәм ҡушымтаһы булған “Ғәләми сыбъян” исемле балалар журналы ла киң танылыу яулаған була.

XIX быуат аҙағы XX быуат башында Урал һәм Волга буйы төрки халыҡтары араһында ваҡытлы матбуғат ныҡлап үҫешә башлағас, балалар өсөн әҫәрҙәр һәм рубрикалар барлыҡҡа килә, хатта ҡайһылары айырым ҡушымталар сығара башлай.

1907 йылда Мәскәүҙә биш ай дауамында ғына булһа ла “Тәрбиәи-әтфәл” (“Балаларҙы тәрбиәләү”) тигән үҙаллы балалар журналы донъя күрә. 1913-1914 йылдарҙа Ырымбурҙа сыҡҡан “Мөғәллим” журналы ла киләсәк быуынды тәрбиәләү мәсьәләһенә ҙур әһәмиәт бирә, балалар өсөн төрлө рубрикалар булдыра. Ә инде 1913-1916 йылдарҙа Ҡазанда сыҡҡан “Аҡ юл” балалар журналында күп кенә башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре баҫыла. Башҡорт балалар әҙәбиәтенең барлыҡҡа килеүе халыҡ ижадынан башҡа Ғәли Соҡорой, Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемдәре менән бәйле. Урыҫ география йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы, тел белгесе һәм этнограф Александр Григорьевич Бессоновтың “Башҡорттар өсөн әлифба”нан (1907) башҡа “Первая после букваря книжка для чтения и практические первоначальные уроки для северо-восточных башкир” (1906) и “Первая после букваря книжка для чтения и практические первоначальные уроки для юго-восточных башкир” (1908) тигән хеҙмәттәре лә башҡорт балалар әҙәбиәтенең үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Шулай уҡ ваҡытлы матбуғатта Шәйехзада Бабич, Мәжит Ғафури, Зыя Өммәти, Сафуан Яҡшығолов кеүек әҙиптәрҙең балалар өсөн баҫтырған әҫәрҙәре һуңғараҡ башҡорт телендә үҙаллы балалар матбуғатының барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә.

1917 йылда Рәсәйҙә Октябрь революцияһы була, артынса бер-нисә йыл Граждандар һуғышы дауам итеү сәбәпле күп кенә балалар баҫмаһы, ҡушымталар сығыуҙан туҡтап ҡала. Аҡтар менән ҡыҙылдар араһында, йәғни батша режимы менән большевиктар араһындағы алышта, “ҡыҙылдар” еңеп сығып, яңы социалистик дәүләт төҙөлә башлай. Илдә ҙур үҙгәрештәр башлана. Башҡортостан Рәсәй эсендә тәүге автоном республика хоҡуғын яулап ала. Башҡорт теле урыҫ теле менән бер рәттән рәсми тел статусына эйә була. Ғәрәп графикаһында сыҡҡан Урал-Волга буйы төрки телендә, татар телендә сыҡҡан гәзит-журналдарҙан башҡа башҡортса ваҡытлы матбуғат та үҫешә башлай. Сәйәси, иҡтисади, ижтимағи реформалар менән бер рәттән тотош ил кимәлендә мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә лә ҙур үҙгәрештәр була. СССР-ҙағы күп кенә төрки халыҡтарҙың, шул иҫәптән башҡорттарҙың да, телдәре латин графикаһына күсерелә.

Революция һәм Граждандар һуғышы йылдарында ҡайһы бер баҫмалар аҡса етешмәү арҡаһында ябыла, әммә элекке гәзит-журналдарҙың күпләп ябылыуының төп сәбәбе – үҙ идеологик нигеҙҙәрен юғалтыу арҡаһында уҡыусыларһыҙ ҡалыуы. Балалар журналистикаһын да ауыр кризис ялмап ала. Ләкин, күп тә үтмәй, яңы ғына власҡа килгән большевиктар тарафынан башта Петроградта (һуңғараҡ Ленинград, әлеге ваҡытта Санкт-Петербург), шунан Мәскәүҙә үҙәкләштерелгән дәүләт нәшриәттәре ойошторола (“Молодая гвардия”, “Правда”, Детгиз). Был нәшриәттәр балалар журналдарын сығарыуҙы яңынан юлға һалалар. Тәүге совет балалар баҫмаларынан иң билдәле булғандарынан “Северное сияние” (1919-1920), “Новый Робинзон» (1922-1925), “Ёж” (1928-1935), “Чиж” (1930-1941), “Пионер” (1924-2015), “Мурзилка” (1924 – әлегәсә сыға) журналдарын әйтеп үтергә кәрәк.

“Северное сияние” – Максим Горький етәкселегендә 9-12 йәштәге балалар өсөн сығарылған журнал була. Баҫмалағы мәҡәлә һәм әҙәби әҫәрҙәрҙә синфи көрәш, батша режимы тарафтарын фашлау, дингә ҡаршы көрәшкә өндәү темалары өҫтөнлөк итә. Журналды ойоштороусылар буласаҡ быуынды “әкиәттәр менән түгел, ә ошондай яңы, идеологик яҡтан дөрөҫ әҙәбиәт” менән тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған булалар. Был журнал ике йыл тулмай ҙа сығыуҙан туҡтай.

Легендар совет балалар журналы “Новый Робинзон” башта “Воробей” (1922-23 йылдарҙа) исеме менән донъя күрә. Был журнал балалар әҙәбиәтенең Ленинград студияһы нигеҙендә барлыҡҡа килә, ул ваҡытта был студияны күренекле балалар яҙыусыһы Самуил Маршак етәкләгән була. 8-12 йәштәге балаларға тәғәйенләнгән журналда йәш һәм талантлы әҙиптәр йыйыла. Улар араһынан Виталий Бианки, Борис Житков, Евгений Шварц кеүек ҙур танылыу яулаған балалар яҙыусыларын атап китергә мөмкин. “Новый Робинзон” журналы “Северное сияние”нан айырмалы рәүештә идеологик яҡтан “иреклек” күрһәтә: унда күберәген фәнни-популяр очерктар, тәбиғәт тураһында хикәйәләр, юморлы шиғырҙар баҫыла. Ә иң мөһиме – журналда балаларҙың үҙҙәренә һүҙ бирелә, “деткор”ҙарҙың (“детские корреспонденты”) хаттары һәм баҫма тураһындағы фекерҙәре урын ала. “Новый Робинзон” журналы 1925 йылда Рәсәй пролетар яҙыусылар берләшмәһе тәнҡиттәренән һуң ябыла.

“Ёж” журналы (асылда “ежемесячный журнал”дан ҡыҫҡартылған аббревиатура) Самуил Маршактың тағы бер проекты, рәсми булараҡ танылмаһа ла, “Новый Робинзон” журналының дауамы була. Был журналда Даниил Хармс, Александр Введенский, Николай Олейников һәм Николай Заболоцкий кеүек традицион әҙәбиәт формаларын “һанға һуҡмаған” шағирҙар үҙ әҫәрҙәрен баҫтыралар (улар ОБЭРИУ – Объединение реального искусства – 1927-30 йылдарҙа Ленинградтағы неформал яҙыусы һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ойошмаһының актив ағзалары була). «Ёж» журналын Владимир Лебедев, Юрий Васнецов һәм Николай Радлов һымаҡ күренекле совет рәссамдары биҙәй. 8-12 йәшлек балалар өсөн сығарылған был баҫма башта идеологияға бик иғтибар итмәй, ә күберәк юмор, мажара һәм танып белеүгә арналған материалдарҙы үҙ итә. Журналда хайуандар, төрлө материктар һәм халыҡтар, сәйәхәттәр тураһында хикәйәләр урын ала, бынан тыш самолет һәм дельтаплан моделдәрен эшләү өсөн схемалар, уҡ-һаҙаҡ һәм рогатка эшләр өсөн инструкциялар тәҡдим ителә. Коммунистик тәрбиә һәм мәғариф мәсьәләһен журнал редакцияһы бик оригиналь рәүештә хәл иткән була: “ҡоро һәм ҡаты” пропаганда урынына СССР-ҙағы союздаш республикаларҙан килгән пионерҙарҙың хаттарына, социалистик илдәрҙәге тормошҡа, яңы ҡоролоштоң уңыштарына өҫтөнлөк бирә. Йәнә ошо “хаталар” арҡаһында пролетар баҫмаларҙа «Ёж» журналына ҡаршы тәнҡит көсәйә һәм ул 1935 йылда ябыла.

1929 йылда Башҡортостанда сыҡҡан “Керпе” исемле тәүге балалар баҫмаһы (“Пионер” һәм “Аманат” журналдарының башы) тап ошо «Ёж» журналы менән бәйле. Был турала киләһе мәҡәләбеҙҙә ентекләп тасуир итербеҙ, ҡәҙерле китап һөйөүселәр!

Фотогалерея: http://www.bashnl.ru/proekty/fotogalereya/?PAGE_NAME=section&SECTION_ID=607.

Илдар КИРӘЕВ,
Башҡортостан Республикаһының
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге
Милли китапханаһының
ваҡытлы матбуғат бүлеге мөдире



Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46