Уҡыусыларыбыҙ өсөн фәһемле мәҡәләләр, файҙалы кәңәштәр, ҡыҙыҡлы хикәйәләр, шиғырҙар һәм көләмәстәр

https://www.traditionrolex.com/46

16.03.2021
Алдан хәбәр ителгәнсә, ваҡытлы матбуғат бүлеге үткән йыл яңы журналдар күргәҙмәһен пандемия арҡаһында туҡтатып торорға мәжбүр ине. 2021 йылда, ниһайәт, “Яңы йыл – яңы журналдар” исемле күргәҙмә эшен дауам итә.

 

“Күргәҙмәлә республика һәм Рәсәй күләмендә сыҡҡан баҫмалар урын алды. Сараның маҡсаты: Милли китапханаға килгән уҡыусылар яңы баҫмалар менән, уларҙың йөкмәткеһе менән яҡындан-яҡын таныша ала”, – тип раҫлай ойоштороусылар.

 

“Шоңҡар” – Башҡортостан йәштәренең заманса зауыҡлы һәм бай йөкмәткеле ижтимағи-сәйәси журналы булып тора. Баҫманың “Һай, уҙаман” рубрикаһында уҡыусылар хәҙерге заманда мәҙәниәтебеҙҙе, сәнғәтебеҙҙе һаҡлап ҡалыу ғына түгел, ә уға заманса һулыш та индереүсе йәштәрҙең береһе – ҡурайсы Юлай Ринат улы Ҡасимов ҡатнашлығындағы әңгәмә менән таныша ала. “Тарихнамә” рубрикаһында тарих менән ҡыҙыҡһыныусылар башҡорттарҙың формалашыуына ҙур өлөш индергән иң боронғо ҡәбиләләрҙән береһе – ғәйнәләр тураһында мәғлүмәт табыр.

 

“Һәнәк” – айына бер тапҡыр башҡорт телендә сыҡҡан сатира һәм юмор журналы. Ул халыҡ араһында киң танылыу алған ҡыҙыҡлы, күңелле һәм шул уҡ ваҡытта бик фәһемле баҫма. Журналда фельетондар, юморескалар, шиғыр-хикәйәләр, көнүҙәк темаларға карикатуралар һәм көләмәстәр баҫыла. Баҫманың февраль номерында «Элеп алдым, һелкеп һалдым», «Әйттем – бөттө», «Әҙ-мәҙ мәҙәк», «Күрмәһәң – күр» кеүек рубрикалар “Һәнәк” уҡыусыларының күңелен арбар.

 

“Башҡортостан ҡыҙы” – республикабыҙҙа башҡортса сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн тәғәйенләнгән иң популяр журналдарҙың береһе. Журналдың “Әҙәби балҡыш” рубрикаһында Айһылыу Ғарифуллинаның “Һулҡып ята мәке – Йөрәгеләй ҡыштың” исемле шиғырҙар шәлкеме урын алған. Шағирәнең ижады тос образдарға, иҫ киткес сағыштырыуҙарға бай. Әлеге шәлкемендә автор ярһыу рухлы публицистик, үҙ заманының тауышы ла, рух һаҡсыһы ла булараҡ сығыш яһай.

 

“Ауыл һулышы” рубрикаһында журналды һөйөүсөләр Наилә Сөләймәнованың Баймаҡ районы Байыш ауылында ойошторолған “Иҫтәлек” фольклор халыҡ ансамбле тураһында мәҡәләһен күрер. Ауылда төрлө мәҙәни, тәрбиәүи саралар, осрашыуҙар йыш үтә. Был сараларҙың төп таянысы, йөҙөк ҡашы булып ошо ансамбль тора. Төркөмгә ауыл кешеләрен бергә туплаған, мәҙәни сараларҙы халыҡ фольклорынан өҙмәгән, халҡыбыҙҙың милли йолаларын түкмәй-сәсмәй йәш быуынға еткереүгә күп көс һалған ҡатын-ҡыҙҙар йыйылғанлығы хаҡында автор уҡыусыларға еткерә.

 

2020 йылда “Башҡортостан ҡыҙы” журналы ғаиләлә атай тәрбиәһе әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алған “Атай көндәлегенән” яҙмаларын баҫҡайны. Быйыл иһә ошо уҡ мәсьәләгә һәм шулай уҡ ир-аттың ҡатын-ҡыҙға, ғаиләгә, бөгөнгө йәшәйешкә һәм, ғөмүмән, тормошҡа мөнәсәбәтен, шәхси ҡарашын сағылдырған мәҡәләләр шәлкемен тәҡдим итә. Ватанды һаҡлаусылар көнө билдәләгән февраль һанында оставкалағы подполковник, хәрби табип Хәлил Һөйөндөкөв менән әңгәмәне табырға мөмкин.

 

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының һандарында бирелгән рубрикаларҙа уҡыусыларыбыҙ үҙҙәренә аҡыллы, фәһемле, файҙалы кәңәштәр, борсоулы, сетерекле һорауҙарға яуаптар таба, күңел йөҙөн һөйөндөрөп торған мәҡәләләр, шиғырҙар һәм дә бай йөкмәткеле булған ҡыҙыҡлы хикәйәләр уҡый алырҙар тип ышанабыҙ.

 

Күргәҙмәлә ваҡытлы матбуғатты уҡырға яратыусылар бер юлы барлығы 15-тән ашыу журнал менән таныша ала. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Яңы йыл – яңы журналдар” күргәҙмәһе эшен йыл әйләнәһенә дауам итәсәк, баҫмалар һуңғы һандары менән тулыландырылып торасаҡ.

 

Фотогалерея: http://www.bashnl.ru/proekty/fotogalereya/?PAGE_NAME=section&SECTION_ID=582.










Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46