Башҡорт прозаһының сағыу вәкиле

https://www.traditionrolex.com/46

Башҡорт прозаһының сағыу вәкиле 21.12.2020
Билдәле яҙыусы, журналист Шакир Мәхиән улы Янбаевтың 95 йыл тулыуына арналған “Башҡорт прозаһының сағыу вәкиле” исемле традицион күргәҙмә башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге тарафынан әҙерләнде.

Буласаҡ яҙыусы 1960-сы йылдарҙа ижад итә башләй. 1966 йылда баҫылған “Үлән өҫтөндәге ысыҡ” исемле хикәйәләр йыйынтығы – яҙыусының беренсе китабы. 1971-1972 йылдарҙа “Йәшәү һуты” һәм “Ерем-ете ҡат” китаптары донъя күрҙе. Тел менән оҫта эш итеп, ул үҙ хикәйәләрендә ябай кешеләрҙең, ауылдаштарының йәнле образдарын һынландыра, йәшәйеш, бәндә яҙмыштары тураһында уйландыра, уларҙан һабаҡ алырға саҡыра. Был йыйынтыҡтар беҙҙең бүлектең фондында һаҡлана һәм күргәҙмәлә урын алған.

1973 йылда Мәскәүҙә рус телендә “Көмөш йүгән” (“Серебряная уздечка”) исемле повесть һәм хикәйәләр йыйынтығы баҫыла. Артабан “Зәңгәр сатыр” (“Голубой шатер”) романы донъя күрә. “Зәңгәр сатыр” романы яңы нефть ятҡылыҡтарын асыусы геофизиктар тормошона арналған.

Үҙенең етмеш биш йәш тулыу көнөн Шакир Янбаев яңы әҫәрҙәр тамамлау менән ҡаршылай. Эшселәр темаһына арналған ”Беүә буйҡайҙары һары тал” (“Ивы на реки Буй”) романы баҫыла. Был китаптары ла рус теленә тәржемә ителеп баҫтырыла. Үҙе иҫән саҡта сыҡҡан һуңғы китабы “Был донъяның кеме юҡ” тип атала. 2007 йылда яҙыусының “Диңгеҙ аҡсарлағы” исемле китабы татар телендә Ҡазанда донъя күрә. 2015 йылда сыҡҡан “Һайланма әҫәрҙәр” китабына “Биләүҙәр-биләместәр” повесы һәм төрлө йылдарҙа яҙылған хикәйәләре тупланған. Әҙәбиәт һөйөүселәр был китаптарҙы ла беҙҙең күргәҙмәнән таба ала.

Шулай уҡ фронтовик яҙыусының тормош юлына, үҙенсәлекле ижадына тулыһынса байҡау яһаған филология фәндәре кандидаты, доцент И.Вәлитовтың “Ижади үрҙәргә” китабы традицион күргәҙмәне тулыландыра.

Яҙыусының журналдарҙа баҫылған әҫәрҙәре лә беҙҙең күргәҙмәне байыта.

Шакир Янбаев 1972 йылдан - СССР Яҙыусылар Союзы ағзаһы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.

Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46