Тарих ҡуҙҙарын ҡабыҙыусыһы

https://www.traditionrolex.com/46

09.12.2020

Яҙыусы,филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мирас Хәмзә улы Иҙелбаевҡа 9 декабрь – 75 йәш.

   Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың «Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү» бүлеге Мирас Хәмзә улына арналған видеопрезентация әҙерләне.

   Мирас Иҙелбаевтың тормош һәм хеҙмәт юлы көсөргәнешле ижади-ғилми эҙләнеүҙәр, уңыштар менән тулы.

Әҙәбиәтебеҙҙә ул прозаик-яҙыусы булараҡ танылыу алды, әҙәбиәт ғилеме һәм фольклор буйынса төплө белгес, Башҡорт дәүләт университеты профессоры, педагог. Мәктәптәр һәм юғары уҡыу йорттары өсөн тиҫтәләгән дәреслектәр, уҡыу-уҡытыу әсбаптары, ике йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.

“Һынау”, “Юлдаштар”, “Юлай улы Салауат”, “Ҡыҙыл ҡарҙар”, “Иҙел йорт”, “Тарихи дәүерҙәр һәм ауыҙ-тел әҙәбиәте”, “Башҡорт ауыҙ-тел әҙәбиәте”, “Боронғонан аманат” исемле китаптары күргәҙмәлә урын алды.

     Мирас Иҙелбаев – оҫта ҡәләмле прозаик-яҙыусы ла, әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә ең һыҙғанып эшләгән, ҙур уңыштарға ирешкән фән эшмәкәре лә.

Мирас Идельбаев (Видео) 


Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46