Китапханала - яңы баҫмалар


02.12.2020

       Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге  фонды яңы китаптар менән йылдан йыл тулыландырыла. Быйылғы 2020 йылдала бүлегебеҙ яңы баҫмалар менән байытылды. Һеҙҙең иғтибарға шуларҙың бер нисәүһенә туҡталып китәбеҙ. 

     Беҙ яратып уҡыған халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның өс китаптан торған «Яҡтыға» трилогияһың беренсе китабы «Кәмһетелгәндәр» 2019 йылда сыға, ә быйыл «Оло Эйек буйында»  исемле икенсе китабы донъя күрә. «Оло Эйек буйында» әҫәрендә Граждандар һуғышы һәм шул осорҙа ауылдарҙағы  синфи көрәш һүрәтләнә. Шулай уҡ уҙған быуат башындағы ябай ауыл халҡының тормошо, уларҙың кисереш-ғазаптары, төп героиня Емештең яҙмышын китап уҡыусыларға автор ентекле итеп еткерә алған.

      Арҙаҡлы шағир Рәшит Шәкүрҙең «Һайланма әҫәрҙәренең» икенсе томына әҙәбиәт белеменә ҡараған мәҡәләләре, күренекле әҙәбиәт, сәнғәт һәм фән эшмәкәрҙәре тураһында ижади портреттары индерелгән. Мәҫәлән, М.Аҡмулла,  Һ. Дәүләтшина, Әхмәтзәки Вәлиди Туған, М.Буранғолов, С. Ҡудаш тураһында күп мәғлүмәттәр табырға була. Шулай уҡ төрлө гәзит журналдарҙан алынған интервьюлары урын алған.

     Шәғриәт һөйөүселәргә «Китап» нәшриәте Ш.Бабич  исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, «Башҡортостан» газетаһы журналисы, шағирә Лариса Абдуллинаның  «Аҫабалар рухы» китабын тәҡдим итә. Лариса Абдуллина шиғриәте нескә лиризм һәм тәрән философия менән һуғарылған. Уның шиғырҙары эскерһеҙлек, саф күңеллелек һәм ихласлыҡ менән айырыла, уларға сағыу образлылыҡ һәм тел байлығы хас. 

Шәйехзада Бабичтың 1918 йылда Ырымбур ҡалаһында «Тулҡын» исемле йәштәр ойошмаһы тарафынан нәшер ителгән «Йәш Башҡортостан» (Зәңгәр жырлар)  шиғырҙар йыйынтығын  автор - төҙөүсе  Әхәт Салихов яңынан транслитерациялап баҫтырып сығара. Шиғырҙар шул дәүерҙә ҡулланылған төрки теленән тәүге нәшерҙең тел үҙенсәлектәрен һаҡлап хәҙерге әҙәби телгә тәржемә ителгән. Баҫмала шулай уҡ Ш.Бабичтың тормошона һәм ижадына бағышланғән мәҡәләләр, шағирға һәйкәл асыу тантанаһынан алынған фотоһүрәттәргәлә урын бирелгән.   

Шулай уҡ  2020 йылда  Мәжит Ғафуриҙең «Фәҡирлектә үткән тереклек», Мирас Иҙелбаевтың «Иҙел йорт» китаптары Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә  яңынан баҫтырылып сығарыла.         

Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, республика Хөкүмәтенең Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты Рәсүл Сәғитовтың сираттағы китабы «Уй туйы» тип атала. Ике телдә ижад итеүсе яҙыусының был китабы өс телдә - башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә яҙылған. Инглиз теленә авторҙың улы Ильяс Рәсүлев тәржемә иткән, китап Өфөләге "Прокопий" нәшриәтендә баҫтырыла.

     Тәнзилә Кейекбаеваның "Быуаттар сатында" исемле өсөнсө китабы 100 йыл арауыҡта Башҡортостанда булып үткән хәл-ваҡиғаларҙы тасуирлай. Йыйынтыҡта революциянан һуңғы йылдар, граждандар һуғышындағы ҡырылыш, колхоз-совхоздар төҙөү, репрессия ҡорбандарының аяныслы яҙмышы, сиҙәм күтәреү, бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл геройҙары, һуғыштан һуң илде тергеҙеү дәүере һүрәтләнә. Үткән быуатта шундай ауыр тормошто кисергән, аслыҡ-яланғаслыҡты күргән, һуғышты еңеп сыҡҡан, һуғыштан һуң илде аяҡҡа баҫтырыу өсөн ҡаһарманлыҡ күрһәткән ололар - китаптың төп геройҙары.

  Кескәй дуҫтарыбыҙ өсөн Әнисә Фәррәхованың «Ғәфү ит, улым!» исемле баҫмаһы донъя күрҙе. Был баҫмаға башҡорт һәм рус телдәрендә пьесалар, сценарийҙар ингән.

ОШО   КИТАПТАР   ҺЕҘҘЕ   ҠЫҘЫҠҺЫНДЫРҺА   БЕҘҘЕҢ   БҮЛЕККӘ   РӘХИМ   ИТЕГЕҘ!   



Возврат к списку