Үҙ идеалына тоғро яҙыусы

https://www.traditionrolex.com/46

Үҙ идеалына тоғро яҙыусы 16.11.2020
Күренекле башҡорт яҙыусыһы Рәшит Низамов әҙәбиәт донъяһына балалар яҙыусыһы булараҡ килеп инде. Уның «Төйлөгән тибә алманы» тигән тәүге балалар өсөн яҙылған хикәйәһе 1964 йылда «Ленинсе» гәзитендә баҫыла, ә «Ышаныс» исемле тәүге китабы 1971 йылда сыға. Күргәҙмәлә урын алған "Вәғәҙәң ант булһын", "Батырлыҡ дәресе", "Һине көтә Йырлыбаш", "Разведчиктар" китаптарында уҡыусы малай ҡыҙҙарҙың бөгөнгө тормошо һүрәтләнә. Әҫәрҙәрҙең геройҙары үҙ маҡсаттарына өлгәшеү хаҡына ҡыйынлыҡтар алдында юғалып, ҡаушап ҡалмай. Әҫәрҙәр мауыҡтырғыс, мажаралы. Улар башҡорт балалар әҙәбиәтенең алтын фондына инде.

Рәшит Низамовтың “Ысыҡ ярыусылар” тигән йыйынтығын да уҡыусылар яратып ҡабул итте. Заманында ошо китабы республикала йәштәр өсөн яҙылған иң яҡшы баҫма тип баһаланып, “Ураҡ һәм Сүкеш” девизы менән үткән Бөтә Рәсәй конкурсына тәҡдим ителгәйне. Һөҙөмтәлә ул Мәскәүҙә “Детгиз” нәшриәтендә рус телендә баҫылып сыҡты. Шулай уҡ балалар һәм үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән “Аманат ҡылысы”, “Танып ҡыҙы” китаптарыла күргәҙмәлә күрһәтелгән. Яҙыусы һуңғы йылдарҙа ҙурыраҡ күләмле, тарихи тематиканы күтәргән әҫәрҙәргә лә тотоноп, уңыштарға өлгәште. “Тәңре Улының Шишмәһе”, “Изге фарман” романдары – шундай әҫәрҙәр. 2 томда сыҡҡан һайланма әҫәрҙәре 2010-2012 йылдарҙа баҫыла. Был әҫәрҙәрҙә виртуаль күргәҙмәгә ҡуйылған.

Виртуаль китап күргәҙмәлә яҙыусының тормошондағы ҡыҙыҡлы факттары, ҡәләмдәштәренең ул һәм уның ижады тураһында иҫтәлектәре урын алған.

Шулай уҡ ғаилә архивынан алынған һәм официаль фотоһүрәттәрҙә күргәҙмәне биҙәй.

Рәшит Низамов әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн төрлө маҡтау грамоталары менән бүләкләнә, 1991 йылда БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, 2007 йылда Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты, 2011 йылда «Башҡортостан Республикаһының фиҙәҡәр хеҙмәте миҙалы» менән бүләкләнә. Үҙенең әҫәрҙәре менән Рәшит Низамов үҙен илһөйәр әҙип, халыҡ улы, ҡыйыу публицист, тарих белгесе итеп танытты.

Выставка «Үҙ идеалына тоғро яҙыусы. Рәшит Низамов»: http://vistavki.bashnl.ru/index.php/nggallery/virtualnye-vystavki/k-85-letiju-so-dnya-rozhdeniya-bashkirskogo-pisatelya-rashita-nizamova.

Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46