«Заманының улы»

https://www.traditionrolex.com/46

«Заманының улы» 22.02.2023
2023 йылдың 1 мартында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәким Ғиләжевтың тыуыуына - 100 йыл тула.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың «Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү» бүлеге яҙыусының ижадына арнап «Заманының улы» исемле виртуаль күргәҙмәһен әҙерләне.

Тиҫтәләгән шиғри һәм сәсмә китаптар авторы Хәким Ғиләжевтең бөтә ғүмере – яу юлдары ул.

20 йәшлек батыр лейтенант немец фашистарына ҡаршы һуғышта ҡаты яраланғас, йәшәү өсөн , тормошта үҙ урынын табыу өсөн көрәшә, унан янып йәшәүҙе талап иткән тынғыһыҙ әҙәби ижад даръяһына сума.

Хәким Ғиләжевтең әҙәби ижадҡа юлы «Йәш төҙөүсе», «Ленинсы», «Пионер», «Октябрь» һымаҡ гәзит-журналдар­ҙан башлана. Ул йылдарын әҙип былай тип хәтерләй: «Миңә бигерәк тә Баязит Бикбай, Сәләх Кулибай, Сәйфи Ҡудаш, Әмир Чаныш, Хәниф Кәрим кеүек яҙыусыларҙың хаттары, улар менән яҡындан танышып, аралашыуым, айырыуса Дәүләкән район гәзитендә танылған яҙыусы Али Карнай менән бергә эшләүем ҙур йоғонто яһаны».

Авторҙың тәүге китабы 1947 йылда, студент сағында донъя күрә. Ул «Йәшен уттары» тип атала һәм фронт шиғырҙарынан туплана. Шағирҙың Өфөлә һәм Мәскәүҙә өс тиҫтәгә яҡын китабы баҫыла. «Погонһыҙ һалдаттар» исемле романы биш мәртәбә баҫылып, уҡыусылар араһында киң танылыу яулай. Шулай уҡ «Һүҙ беҙҙеке», «Айҙар», «Лирика», «Ҡул ҡыҫыу», «Ҡырҡ алтынсы һалдат», «Чапай ҡылысы», «Бейеклек», «Ил балаһы», «Минең ырыуым», «Бурандар аша», «Аҙашҡан йондоҙҙар», «Аҡлан шишмәһе» һәм башҡа йыйынтыҡтары, ике томлыҡ «Һайланма әҫәрҙәр»е донъя күрә.

Һәм бына ошо, беҙҙең китапханала һаҡланған авторҙың ижади байлығы, бөгөн беҙҙең виртуаль күргәҙмәлә тәҡдим ителә лә инде.

Күргәҙмә бер-нисә өлөштән тора. Тәүҙә яҙыусының ҡыҫҡаса тормош һәм ижад юлы яҡтыртыла. Киләһе слайдтарҙа Хәким Ғиләжевтың әҫәрҙәре, балалар өсөн яҙылған китаптары хронологик рәүештә урынлашҡан. Ваҡытлыса матбуғаттағы баҫмалары күргәҙмәнең һуңғы биттәрендә тәҡдим ителә. Һәр бер баҫмаға библиографик яҙма бирелә.

Шулай уҡ виртуаль күргәҙмәлә һеҙ яҙыусының тормошондағы ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, билдәле шәхестәрҙең автор тураһында яҙған публицистик әҫәрҙәре, уның иҫтәлегенә арнап яҙған шиғырҙар, ҡәләмдәштәренең уй - фекерҙәре менән таныша алаһығыҙ.

Күргәҙмәне ғаилә архивынан алынған фотоһүрәттәр биҙәй.

Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46