Халыҡ-ара туған телдәр көнө уңайынан

https://www.traditionrolex.com/46

Халыҡ-ара туған телдәр көнө уңайынан 09.02.2023
2023 йылдың 20 февралендә Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы Халыҡ-ара туған телдәр көнө уңайы менән “Башҡортостанда туған телдәрҙә дәреслектәрҙең барлыҡҡа килеү тарихы” исемле Түңәрәк өҫтәл уҙғара.

Түңәрәк өҫтәлдә дәүләт власы органдары вәкилдәре, республиканың урта мәктәптәре, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслектәр авторҙары, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, академик институттарҙан ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашасаҡ. Сарала бик күп көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҡарау күҙаллана.

Ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан туған телдәрҙәге дәреслектәрҙең үҫеш тарихын сағылдырған тематик күргәҙмә әҙерләнәсәк.

Уҙғарыу урыны: Ленин урамы, 4, 1-се ҡат, ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлеге. Башлана: 15.00 сәғәттә.

Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана сайтының "Трансляциялар" бүлегендә сараны яҙыу ойоштороласаҡ: http://bashnl.ru/proekty/translyatsii. Яҙма шулай уҡ YouTube-каналына ла һалынасаҡ: https://www.youtube.com/bibliotekavalidi.



Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46