Профессор Ишмөхәмәт Ғәләүетдиновтың тыуына 75 йыл тулыу айҡанлы


Профессор Ишмөхәмәт Ғәләүетдиновтың тыуына 75 йыл тулыу айҡанлы 18.01.2023
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы, филология фәндәре докторы, профессор Ишмөхәмәт Ғәләүетдиновтың тыуына 75 йыл тулыу айҡанлы Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында күргәҙмә ойошторҙо.

Күргәҙмәлә башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә һаҡланған Ишмөхәмәт Ғилметдин улының йөкмәткеле хеҙмәттәре – ғалимдың ғилми хеҙмәттәре һәм башҡорт балалар фольклоры менән бәйле китаптары тупланған. Семинарҙа ҡатнашыусылар юғары ҡыҙыҡһыныу менән тәҡдим ителгән әҙәбиәт менән танышты.

Әйтеп үтәбеҙ, БР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, филология фәндәре докторы, профессор Ишмөхәмәт Ғәләүетдиновтың тыуына 75 йыл тулыу уңайынан 17 ғинуарҙа педагогия университетында фәнни-ғәмәли семинар үтте. Сарала юғары уҡыу йортоноң педагогтары, ғалимдары, студенттары, Башҡортостан Фәндәр академияһының тарих, тел һәм әҙәбиәт институты һәм Заһир Исмәғилов исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусылары, шулай уҡ Татарстандың атҡаҙанған фән эшмәкәре,филология фәндәре докторы Рәмил Исламов, Рәсәй Фәндәр академияһынан Александар Васильев ҡатнашты.

Фотогалерея: http://bashnl.ru/proekty/fotogalereya/?PAGE_NAME=section&SECTION_ID=1368.

Возврат к списку