«Башҡортостандың арҙаҡлы шәхестәре» серияһы сиктәрендә

https://www.traditionrolex.com/46

«Башҡортостандың арҙаҡлы шәхестәре» серияһы сиктәрендә 06.10.2022
5 октябрь көнө Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге милли китапхананың Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр бүлегендә филология фәндәре кандидаты Гөлнур Нуриман ҡыҙы Ҡасҡынованың “Һәҙиә Дәүләтшина. Ижади мираҫы. Хәтирәләр. Документтар” китабының исем туйы үтте. Презентацияға арнап “Башҡорт халҡының изге ҡыҙы” тип аталған кыҙыҡлы китап күргәҙмәһе әҙерләнде.

Осрашыу бик йылы атмосферала үтте, үҙенсәлекле сценарий кисәгә айырыуса йәм өҫтәне. Кисәне диалог формаһында, китап авторы Гөлнур Ҡасҡынованың студенттары алып барҙы. Китаптың исем туйын тәбрикләп БР Яҙыусылар союзы идаралығы рәйесе, филология фәндәре кандидаты Зәки Әлибаев тәү башлап һүҙ әйтте. Шулай уҡ кисәлә ҡатнашыусылар араһында З.Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте вәкилдәре – баш мөхәррир Зөлфиә Ҡарабаева һәм мөхәррир Эльвира Ниғмәтуллина, Мөкәрәмә Садиҡова (китапҡа уның “Юлдаш булдыҡ” исемле мәҡәләһе ингән), Фәрзәнә Аҡбулатова (“Ырғыҙ һылыуы” мәҡәләһе ингән), Миңлеғәле Нәҙерғолов (“Яҙма мираҫы – серле һандыҡ” мәҡәлә авторы), Гүзәл Ситдикова (“Һәҙиә” поэмаһының авторы), М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы, “Беренсе республика” нәфис фильмында “Һәҙиә” ролен башҡарыусы Лилиә Искужина һәм Гөлнур Нуриман ҡыҙының курсташтары – филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Саламатова, филология фәндәре кандидаты Роза Хөснуллина һәм башҡалар булды.

Кисә Роза Хөснуллина башҡарыуында “Зәлифәкәй” йырынан башланып китте, нәҡ ошо йыр Һәҙиә Дәүләтшинаның иң яратҡан йыры булған. Шулай уҡ ҡунаҡтар “Беренсе республика” нәфис фильмынан өҙөк, Һәҙиәнең үҙе менән таныштырған эпизодын ҡарап үтте. Китапҡа шулай уҡ Һәҙиә Лотфулла ҡыҙының аҙ билдәле әҫәре, аҙ билдәле фотоһүрәттәре, уның сәнғәттәге һәм әҙәбиәттәге образдары, шиғырҙары һәм шәхси документтары ла индерелгән. Китап әле генә мейестән сыҡты, тиҙҙән ул үҙенең ҡиммәтле эстәлеге менән китап уҡыусыларҙы шатландырыр, тип уйлайбыҙ.

Фотогалерея: http://bashnl.ru/proekty/fotogalereya/?PAGE_NAME=section&SECTION_ID=1250.

Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46