Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғариповаға – 75 йәш


Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғариповаға – 75 йәш 21.09.2022
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова 22 сентябрҙә үҙенең 75 йәшен билдәләй. Ошо уңайҙан башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге үҙенең уҡыусылары иғтибарына күренекле прозаик, драматург, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Таңсулпан Ғарипованың тормош юлы һәм ижадына бағышланған «Бер тамсыла ҡояш сағыла» тип исемләнгән видеокүргәҙмә әҙерләне: https://youtu.be/qVodnlZOqno.

Күргәҙмәлә авторҙың башҡорт әҙәбиәте һәм туған яҡты өйрәнеү бүлегендә һаҡланған китаптары һәм уның ижады һәм тормошона бағышланған әҙәбиәт урын алған.

Шулай уҡ виртуаль күргәҙмәлә http://vistavki.bashnl.ru/index.php/nggallery/virtualnye-vystavki/ber-tamsyla-oyash-sa-yla-k-75-letiju-narodnogo-pisatelya-rb-t-garipovoj һеҙ яҙыусының тормошондағы ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, ҡәләмдәштәренең иҫтәлектәре менән таныша алаһығыҙ. Күргәҙмәне ғаилә архивынан алынған фотоһүрәттәр биҙәй.

Әҙәбиәткә Таңсулпан Ғарипова 70-се йылдарҙа килә. Бер-бер артлы хикәйәләр һәм повестар йыйынтығы сығара. Ете йыл тирәһе яҙыусы "Бөйрәкәй" романы өҫтөндә эшләй. Әҫәр халыҡ һөйөүен тиҙ яулай. Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ тарихы, ҡатын-ҡыҙ образдары яҡтыртыла. Йыл романы исеменә лайыҡ булған әҫәр 6 тапҡыр нәшер ителә. Авторҙың «Ялан сейәһе», «Күгәрсен йыры», «Бөйрәкәй», «Илекәй» һ.б. йыйынтыҡтарына ингән хикәйәләре һәм повестарын уҡыусылар бик яратып уҡый.

Таңсулпан Ғарипова драматургия өлкәһендә лә әүҙем ижад итә. "Йәйге таш" киноповесы буйынса "Сөмбөлдөң етенсе йәйе" тулы метражлы фильмы төшөрөлдө. "Аҡ тирәк", "Төштәге йыр", "Ямғыр көткәндә", "Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға" спектаклдәре халыҡ күңелен яуланы.

Возврат к списку