1940-41 йылдарҙа сыҡҡан «Пионер» номерҙарында


1940-41 йылдарҙа сыҡҡан «Пионер» номерҙарында 10.09.2021
“Аманат” журналының тарихы тураһындағы мәҡәләләр серияһын дауам итәбеҙ. Сираттағы мәҡәләне “Пионер” журналының Бөйөк Ватан һуғышынан алда, 1940-41 йылдарҙа, сыҡҡан номерҙарына арнаған инек.

1930-сы йылдар аҙағында Советтар Союзы ваҡытлы матбуғатында илгә һуғыш ҡурҡынысы янағанлығы асыҡ күренә башлай. Гитлерҙан Италиялағы фашист Муссолини ҙа ҡалышмай.

Хәсән күлендәге, Халхин-Голдағы ваҡиғалар, совет-фин хәрби конфликты алда буласаҡ ҙур һуғыштың тәүге ишаралары ғына була. Ил етәкселеген иң хәүефләндергәне – фашистик Германияның пландары, сөнки 1938 йылдың мартында ул Австрияны «йота», шул уҡ йылдың октябрендә Чехословакияның Судет өлкәһен баҫып ала, ә инде 1939 йыдың сентябрендә Польшаға ҡаршы һуғыш башлай. Сираттың СССР-ға етеп килеүе көн кеүек асыҡ күренә. Журналистарға шул осорҙа халыҡты етеп килгән һуғышҡа идеологик яҡтан әҙерләү эшен йөкмәтәләр.

Һуғышға әҙерлек темаһы “Пионер” журналын да урап үтмәй. Мәҫәлән, 1940-сы йылдың 1-се һанында Арктиканы яулаған «Седов» боҙватҡысы тураһындағы материалдан һуң И.Әсәдуллиндың «Разведкала» тигән бер шаршаулы пьесаһында совет-фин һуғышынан эпизод һүрәтләнә һәм был әҫәр төп герой – ҡыҙылармеец Аҙнағоловтың «Ҡыҙыл армия – еңеүсе армия ул» тигән патриотик телмәре менән тамамлана.

Журналдың шул уҡ йылда сыҡҡан 2-се һанында Рахман Кәли исемле уҡыусы-авторҙың “Ил сигенән ҡайтты” тигән шиғыры баҫылған:
Ҡарап ҡалдыҡ,
Күҙҙән юғалдылар
Бер-беренә таҡҡан вагондар.
Һүҙ бирештек,
Һис бер онотмаҫҡа
Күрешкәнсе икәү тағын да,
Һин бик ябай,
Шат бер егет инең,
Күтәренке тойғо-хис менән,
Границаны һаҡларға тип киттең,
Ҙур бурыстар йөкләп өҫтөңә.
Шулай ҙа беҙ
Ул саҡ уйламаныҡ
Һине шундай батыр иттереп,
Ә һин бөгөн орден тағып ҡайттың
Көлөп яҙғы ҡояш шикелле.      

Был шиғырҙағы орденлы ҡаһарман образы Хәсән күле һәм Халхин-Гол бәрелештәрендә ҡатнашҡан прототиптан алынғанлығы күренә. Был хәрби конфликтта ҡатнашҡан Ҡыҙыл армияның 32-се һәм 40-сы уҡсылар дивизияһы, Посьет сик буйы отряды һалдат һәм офицерҙарҙарынан күптәр (барлығы 10 мең хәрби награда) орден һәм миҙалдар менән бүләкләнәләр, ә 26 хәрби Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.

“Быйыл Ҡыҙыл армия һәм Хәрби-Диңгеҙ флоты көнө ҡатмарлы обстановкала үтә. Йөҙәр миллионлаған кеше империалистик һуғышҡа тартылған. Англия, Франция империалистары был һуғышҡа беҙҙе лә ылыҡтырырға маташа. Шуның өсөн беҙ иптәш Сталиндың халҡыбыҙҙы мобилизацион әҙер хәлдә тотоу кәрәклеге тураһындағы күрһәтмәләрен һәр ваҡыт иҫтә тоторға тейешбеҙ”, - тиелә журналдың рәсми хәбәрҙәр бүлегендә.

1940-сы йылда, ВЛКСМ Үҙәк комитетының X пленумынан һуң, Өфө пионерҙар йортона йөрөүселәрҙең һаны күп кенә арта. Шул уҡ пленум ҡарары менән башҡа түңәрәктәр менән бер рәттән пулеметчиктар, радистар һәм хәрби-физкультура түңәрәктәре асыла, ГТО (“Готов к труду и обороне СССР”) нормативтарын үтәүгә ҙур иғтибар бүленә һәм патриотик тәрбиә эше көсәйтелә.

Әйткәндәй, “Пионер” журналының 1940-сы йылдағы март һанында күренекле башҡорт шағиры, драматургы, БАССР-ҙың халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың “Салауат” эпосынан өҙөмтәләрҙең баҫылыуы ла илһөйәрлек темаһына булған иғтибарҙы сағылдыра.

“Пионер” журналының 1941 йылғы һандары башҡорт яҙмаһының латин хәрефтәренән кирилл әлифбаһы яҙмаһына, йәғни әле беҙ яҙған хәрефтәргә күсеүенә ҙур иғтибар бирә.

Журналдың 1941 йыл декабрь һанында башҡорттарҙан сыҡҡан тәүге Советтар Союзы Геройы Ғәфиәт Арыҫланов тураһында материал да бар. Ул илдең иң ҙур наградаһына совет-фин һуғышында күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Уҡыусылар, бәлки, ишетеп беләлер: Ғәфиәт Арыҫланов – билдәле башҡорт милли ҡаһарманы Кинйә Абыҙ тоҡомонан.

Рәсми бүлектә: «Пионерҙар! Һеҙ ҙә, “Мин хәрби эште ысын күңелдән өйрәнергә, хәрби милекте һәм халыҡ милкен барлыҡ саралар менән һаҡларға һәм иң һуңғы һулышыма тиклем үҙ халҡыма, үҙемдең Совет ватаныма һәм Эшсе-Крәҫтиән дәүләтемә ысын күңелдән бирелгән булырға ант итәм” тип, ҡыҙыл боецтың антын бирерһегеҙ. Тик был бөйөк маҡсатҡа ирешеү өсөн, Ҡыҙыл Армияның тулы ҡиммәтле боецы булыу өсөн хәҙерҙән үк үҙегеҙҙең организмығыҙҙы тәрбиәләй башлағыҙ. Мәктәп эргәһендә төҙөлгән хәрби түңәрәктәрҙең активы булығыҙ. Хәрби значоктарға нормалар тапшырығыҙ, саңғыла оҫта йөрөүгә өйрәнегеҙ. Пионер ватанды һаҡларға һәр ваҡыт әҙер булырға тейеш!», - тиелә.

Баҫманың 1941 йылғы һандарында ла Хәсән күле һәм Халхин-Гол бәрелештәре, совет-фин һуғышы темалары әҙәби әҫәрҙәрҙә, документаль очерктарҙа ярайһы уҡ яҡшы сағыла, күп кенә материалдар илдең хәрби полководецтарының тормош юлы һәм ҡаҙаныштары менән бәйле. Журналдың ғинуар һәм февраль номерҙары ҡушарлап сыҡҡан һандың аҙаҡҡы битендә “РККА-ның команда составының отличие знактары”, ә апрель һанының һуңғы битендә “Ҡыҙыл армияның ефрейторҙар һәм младший начальство составтарының петлицалары һәм различие знактары” бирелеүе күп нәмәне аңлата. Һуғыш яҡынлаша!

“Пионер” журналының 1941 йылдағы май һаны, әлбиттә, Халыҡ-ара 1 Май көнө тарихына, был көндә үткән субботник һәм демонстрацияларға арналған. Бөйөк Ватан һуғышынан алда сыҡҡан баҫманың һуңғы һанында ла илһөйәрлек һәм ватанды һаҡлау темалары менән бәйле материалдар дауам итә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1941 йылдың 22 июнь таңында илебеҙ өҫтөнә фашист Германияның яуыз көстәре ябырыла. 1418 көн һәм төн барған һуғышта 28 миллионға яҡын ғүмер өҙөлә. Советтар Союзы һәм данлыҡлы Ҡыҙыл Армияһы еңеп сыға. Һуғыш арҡаһында баҫылыуҙан туҡтаған “Пионер” журналы 1952 йылдың сентябрь айынан ғына ҡабаттан нәшер ителә башлай.

“Пионер” журналының да патриотик материалдары менән еңеүгә үҙ өлөшөн индергәнлеген онотмайыҡ, дуҫтар!

Илдар КИРӘЕВ,
Башҡортостан Республикаһының
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге
Милли китапханаһының
ваҡытлы матбуғат бүлеге мөдире

Возврат к списку