Халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевҡа – 80 йәш


Халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевҡа – 80 йәш 03.09.2021
Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге үҙенең уҡыусылары ҡарамағына — Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт һәм әҙәби премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаевҡа 80 йәш тулыу айҡанлы традицион һәм виртуаль күргәҙмә әҙерләне.

Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев 20 китап, 30-ға яҡын поэма һәм бихисап шиғырҙар, мәҡәләләр авторы. Ул тәүге шиғырҙарын 60-сы йылдарҙа яҙа башлай. Ә ташҡа баҫылған беренсе шиғыры “Ленинсе” гәзитендә 1963 йылда донъя күрә. Ныҡлап ҡәләм тирбәтеүе Башҡорт дәүләт университетында уҡыған йылдарға тура килә. Шул йылдарҙа ижад иткән шиғырҙарын бер йыйынтыҡҡа туплап, 1975 йылда “Утлы кисеүҙәр” исемле тәүге китабын сығара.

Шағир ижадында поэмалар ҙур урын алып тора. “Сапҡын”, “Батыр яраһы”, “Аҡ тирмә”, “Өмөт”, “Рух яҙыу”, “Таналыҡ тауышы” һ.б. Бөтәһе ике тиҫтәнән ашыу поэма ижад иткән автор. Ҙур күләмле әҫәрҙәренең береһе – “Атлы башҡорт”поэмаһы. Был поэма тарихи үткәнгә – халҡыбыҙҙың 1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлығын яҡтыртыуға арналған.

Ҡәҙим Аралбаевтың әҫәрҙәре халҡыбыҙҙы рухлы булырға, туған телебеҙҙе, илебеҙҙе яратырға, һаҡларға, ҡәҙерләргә, үткәндәребеҙҙе онотмаҫҡа, фәһем алырға, бөгөнгөбөҙ өсөн борсолорға, киләсәккә ҡарап өмөт менән йәшәргә саҡыра.

Күргәҙмәлә урын алған “Батыр яраһы”, “Аҡ тирмә”, “Һөйөүем йондоҙо”, “Әле һуң түгел”, “Аҡ тирмәләр”, “Поэмалар”, “Таналыҡ тауышы”, “Һандуғас һам ҡылыс” һәм башҡа йыйынтыҡтарын уҡыусылар бик яратып уҡый.

Шағир бөтә ижады буйынса башҡорт поэтик тел хазинаһына үҙенең тос өлөшөн индерә килә. Зиһенле һәр уҡыусы быны күрмәй ҡалмаҫ. Ҡәҙим Аралбайҙың бай һәм сағыу ижады халыҡ, йәмәғәтселек тарафынан күптән танылыу алды.

Күргәҙмә: http://vistavki.bashnl.ru/index.php/nggallery/virtualnye-vystavki/dalany-dalanly-uly-bash-ortostandy-haly-sha-iry-aralbaev-a-80-j-sh.

Возврат к списку