Күңел даръяһы

https://www.traditionrolex.com/46

Күңел даръяһы 01.09.2021
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге талантлы әҙибә, Ғилемдар Рамазанов исемендәге премия лауреаты Фәниә Чанышеваға арнап виртуаль күргәҙмә әҙерләне.

Фәниә Ғәбделғафар ҡыҙы Чанышева 1926 йылдың 1 сентябрендә Бүздәк районы Күҙәй ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағас, К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡып юғары белем ала.

Мәктәптә балалар уҡытып, үҙе ул-ҡыҙҙар үҫтереп, тормошон яйына һалып ебәргәс кенә, ҡырҡ йәштәрендә ҡәләмгә тотона.

Фәниә Ғәбделғафар ҡыҙы – ун бер китап авторы. Билдәле шағирәбеҙгә арналған «Күңел даръяһы» исемле күргәҙмәлә был китаптар барыһы ла үҙ урынын тапҡан. Бында яҙыусының йәшәйеш, тормош, ғаилә, мөхәббәт кеүек мәңгелек темаларға бағышланған шиғырҙары һәм проза әҫәрҙәре, замандаштары тураһындағы иҫтәлектәре тупланған.

«Ғүмер миҙгелдәре», «Иҫтә, һаман да иҫтә», «Боҙ һәм ялҡын», «Һаумы, яҡты көн», «Мөхәббәт менән осрашыу», «Һағышлы һуҡмаҡтар», «Көҙгө сәскәләр», «Ғүмерем баҡсаһы», «Елларга үрелгән жырлар», «Замандаштар», «Хәтерҙәге яҡты миҙгелдәр» кеүек был рухи хазиналарҙы төрлө йәштәге әҙәбиәт һөйөүселәр бик яратып ҡабул итте.

Виртуаль китап күргәҙмәлә яҙыусының тормошондағы ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, Яныбай Хамматов, Абдулхаҡ Игебаев, Фәүзиә Рәхимғолова, Сәйфи Ҡудаш, Кәтибә Кинйәбулатова кеүек билдәле әҙиптәрҙең һәм ҡәләмдәштәренең яҙыусы ижады тураһында иҫтәлектәре менән таныша алаһығыҙ.

Шулай уҡ күргәҙмәлә Фәниә Чанышеваның ғүмер юлдашы, арҙаҡлы ғалим һәм яугир шағир Ғилемдар Рамазановҡа арналған мәҡәләләре һәм китаптары тәҡдим ителә. Күргәҙмәне ғаилә архивынан алынған фотоһүрәттәр биҙәй.

Күргәҙмә: http://vistavki.bashnl.ru/index.php/nggallery/virtualnye-vystavki/k-el-darya-y-sha-ir-f-ni-chanyshevany-tyuyuyna-95-jyl.

Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46