Яңы виртуаль күргәҙмәгә рәхим итегеҙ

https://www.traditionrolex.com/46

Яңы виртуаль күргәҙмәгә рәхим итегеҙ 26.08.2021
Билдәле сәсән, шағир-импровизатор Вәлиулла Фәйзулла улы Ҡоломбәтовтың тыуыуына 140 йыл тулыуға арналған юбилей саралары сиктәрендә ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлеге Рәсәй федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Ғилми архивы менән берлектә юбилярҙың тормошона һәм ижадына арналған виртуаль күргәҙмә ойошторҙо.

Шағирҙың ижады ХХ быуаттың ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни тормошонан айырылғыһыҙ бәйле. Вәлиулла Фәйзулла улы Ҡоломбәтов үҙенең бөтә энергияһын ижадҡа арнай: башҡорт фольклоры һәм этнографияһы буйынса материалдар йыя, шул иҫәптән Салауат Юлаев тураһында риүәйәттәр һәм ҡобайырҙар, Аҡмулла шиғырҙары һәм башҡалар.

Вәлиулла Ҡоломбәтов үҙе лә ижад эше менән шөғөлләнә: күп кенә шиғырҙар, йырҙар һәм балалар өсөн әкиәттәр авторы. Уларҙа әҙәп һәм социаль мөнәсәбәттәр, коллективлаштырыу һәм  Бөйөк Ватан һуғышы темалары сағылыш таба.

Билдәле булыуынса, бөгөнгө көндә архивындағы әҫәрҙәрҙең бер өлөшө генә баҫылып сыҡҡан: «Халыҡ сәсәне Вәлиулла Ҡоломбәтов» һәм айырым әҫәрҙәре һәм яҙып алған риүәйәттәре «Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр, риүәйәттәр, хәтирәләр, сәсәндәр ижады: совет осоро» йыйынтығы.

Виртуаль күргәҙмә: http://vistavki.bashnl.ru/index.php/nggallery/virtualnye-vystavki/s-s-n-v-liulla-olomb-tov.

Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46