Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арнала


Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арнала 01.06.2021
1 июнь - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө. Был көндөң үҙ тарихы бар. Икенсе донъя һуғышынан һуң балалар һаулығын һәм именлеген яҡлау проблемалары бик актуаль булған ваҡытта 1949 йылда Парижда ҡатын-ҡыҙҙар конгрессы үтә. Унда ҡатнашыусылар «балаларҙың берҙән-бер бәхет гарантияһы донъяла тыныслыҡ булдырыу» тигән ҡарар сығаралар. Бер йыл үткәс, йәғни 1950 йылдың 1 июнендә, беренсе тапҡыр Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө үткәрелә һәм ул йыл да ойошторола башлай.

Ошо байрамға арнап ваҡытлы матбуғат бүлеге хеҙмәткәрҙәре «Бәхетле бала – бәхетле ғаилә» исемле виртуаль күргәҙмә әҙерләне. Күргәҙмә республикабыҙҙа балалар һәм үҫмерҙәр өсөн нәшер ителгән «Аманат», «Аҡбуҙат» һәм «Әллүки» баҫмаларының материалдарына нигеҙләнгән.

Күргәҙмәнең маҡсаты: Милли китапхана уҡыусыларын республика күләмендә сыҡҡан балалар баҫмаһы менән яҡындан таныштырып үтеү, китап һәм балалар матбуғатына ҡарата кескәй дуҫтарыбыҙҙа һөйөү уятыу, уларға ғаилә ҡиммәттәрен һәм илһөйәрлек тойғоларын һеңдереү.

Күргәҙмә: http://vistavki.bashnl.ru/index.php/nggallery/virtualnye-vystavki/schastlivyj-rebenok-schastlivaya-semya-k-dnju-zashhity-detej.

Возврат к списку